Төркиәлә Башҡортостан данын Диана Ишниязова яҡлаясаҡ

Төркиәлә Башҡортостан данын Диана Ишниязова яҡлаясаҡ
Өфөлә "Төрквижин" Халыҡ-ара йыр конкурсының һайлап алыу туры үтте. Төрки телле халыҡтар араһында ойошторолған мәҙәни байрам музыка донъяһының өр-яңы баҫҡысы.
20 ил, ике тиҫтәләп йыр, 300 миллиондан ашыу тамашасы - төрки донъяны берләштергән фестивалде йыр-моң һөйөүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Күләмле сараға әҙерлек тә етди бара. Төрки илдәрҙең барыһында ла тиерлек халыҡ-ара конкурстың һайлап алыу турҙары үтә. Фестивалгә "Ҡурай" йыр-моң телеканалы ла үҙ йырсыһын тәҡдим итә. Бәйгелә ҡатнашыу теләге белдергән утыҙ конкурсанттың 12-һе сәхнәлә һынау тотто.
Конкурсанттар тере тауышҡа йырланы. Улар араһында башҡорт халыҡ йырҙарын заманса башҡарыусылар ҙа, сит ил хиттарын йырлаусылар ҙа бар ине. Милли уйын ҡоралдары менән байытылған сығыштар тамашаға йәм өҫтәне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Ҡурай" телеканалы 2010-сы йылда 19 илдә күрһәткән "Төрөк музыка берлеге" телевидениеһы етәкселеге менән килешеү төҙөп, башҡорт эстрадаһына донъяуи йыр-моң даирәһенә юл асыуға иреште.
Конкурсанттар төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. Ә инде Төркиәнең мәҙәни үҙәге Эскешәһәр ҡалаһында Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғын Халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр лауреаты Диана Ишниязова яуланы.
Башҡорт эстрадаһы йырсыһын алда етди һынау - 19, 20 декабрҙә һайлап алыу туры көтә. Төрки халыҡтарҙың заманса музыка сәнғәтен пропогандалаған, милли мәҙәниәтте байытҡан проект менән бергә булайыҡ! Диана Ишниязоваға уңыштар теләйек!

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb