Уйсан да, хиссән дә, моңсан да шағирә

Уйсан да, хиссән дә, моңсан да шағирә

Бына шундай фәлсәфәүи исем аҫтында кисә, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, билдәле шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфиә Юнысованың 65 йәшенә арналған матур ижади кисә үтте. Шағирәне ҡотларға ижадташ дуҫтары, коллегалары, яҡындары һәм, әлбиттә, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының ижадын  үҙ иткән тамашасы йыйылды.

Кисәне асып, Милли китапхана директоры Айгөл Моратова Гөлфиә Юнысоваға изге теләктәрен еткерҙе һәм байрамдың йәнле үтеүен теләне. Гөлфиә апай үҙе ижад кисәһенең бындай формала тәүге тапҡыр үтеүен белдерҙе. Ҙур сәхнәләрҙән айырыла, әлбиттә, әммә был осрашыуҙың бәҫен төшөрмәй, тине ул.

Башҡортостан Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина шағирәнең 26 йәшендә (!) биш китап авторы булып СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алыныуын уникаль күренеш тип билдәләне. Ысынлап та, был бөтәһенең дә ҡулынан килерлек эш түгел.

Ирек Кинйәбулатов Гөлфиә Юнысоваға арнап яҙған шиғырын уҡыһа, Таңсулпан Ғарипова, Гөлнур Яҡупова әҙибәнең  тормош юлына ҡағылған фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла иҫтәлектәре менән бүлеште. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 21 йыл буйы етәкләгән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәрҙәре лә саранан ситтә ҡалмаған. Улар шундай аҡыллы, кешелекле, булдыҡлы етәксе ҡулы аҫтында эшләүебеҙ менән бәхетлебеҙ, тине. Был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ бар – бөтә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары яратып уҡыған журналдың үҫешенә тос өлөш индергән етәксенең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Шиғри кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы. Тамашасы Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Светлана Хәкимова, шулай уҡ Сәйҙә Ильясова, Нурия Абдуллина, «Лей-Ди» төркөмө ҡыҙҙары башҡарыуында Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тыңлап кинәнде, яратҡан шағирәләренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Әҙәби кисә күңелдәргә йылы өрҙө, йәшәүгә яңы дәрт өҫтәне. Ижад байрамына ентекле әҙерләнгән Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге ҡыҙҙарына (етәксеһе – Айгөл Буранғолова) оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Фотогалереяға күсергә


 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb