Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Улар Мостай рухында тәрбиәләнә
Понедельник, 28 октября 2013
Улар Мостай рухында тәрбиәләнә
Әллә ҡайҙан күренеп, мөһабәтлеге менән арбаған мәктәпкә ингәс тә, уның балҡышының эске рухлы мөхиттән килеүен аңлайһың. Балаларҙың, уҡытыусыларҙың йөҙөнән бөркөлөп торған нурға сорналып, коллективтың берҙәм, дуҫ, көслө булыуын тояһың. Эйе, ысын көс тураһында һөйләмәйҙәр, ул – һиҙелә. Бына ошондай рух ныҡлығы менән ҡаршы алды Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ҡунаҡтарын. Бында халҡыбыҙҙың оло шәхесе Мостай Кәрим иҫтәлегенә арналған сираттағы матур әҙәби кисә булды.
Башҡорт гимназияһы 2006 йылда асыла. Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен алып, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ йөкмәгән: исемде аҡларға ла кәрәк бит. Шул уҡ йылда мәктәптә Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына арналған музей булдырыла. Унда шағирҙың шәхси әйберҙәре, китаптары һаҡлана, шәжәрәһе төҙөлгән. Шулай уҡ тормошоноң төрлө йылдарын, ижади эшмәкәрлеген сағылдырған ҙур планшет әҙерләнгән.
Гимназияла «Өс таған» берләшмәһе эшләп килә. Мәктәп хакимиәте вәкилдәре, ата-әсә һәм уҡыусыларҙан торған берлек һәр уҡыу йылына план әҙерләп, уға ярашлы төрлө йүнәлештәге саралар үткәрә. Былтыр бында рәсем уҡытыусыһы Алина Альберт ҡыҙы Мөслимова тырышлығы менән «Айгөл иле» һынлы сәнғәт студияһы ойошторола. Тәбиғәт балаһы Айгөлдөң серле илендә уҡыусылар яҙыусының донъяһына сорналып, уны нисек ҡабул итеүҙәрен һүрәттәрҙә сағылдыра. Балалар күҙе менән һынландырылған йәшәйеш ихласлығы, йәнлелеге менән айырылып тора шул, тигән уйҙар тыуа эштәрҙе ҡарағанда.
«Мостай уҡыуҙары»на ярашлы йыл да ғилми-ғәмәли конференциялар, шиғыр һәм ижади эш бәйгеләре ойошторола. Быйыл тәүгә гимназия Мостай Кәрим ижадына арналған флеш-моб үткәрергә ниәтләй. Акцияға баш ҡаланың белем биреү учреждениеларынан тыш, Ишембай, Сибай ҡалаларындағы башҡорт мәктәптәрен дә йәлеп итеү ҡаралған. Артабан был сараны матур йолаға әүерелдереп, йыл һайын уҙғарыу планлаштырыла.
Әйткәндәй, уҡыу йортоноң күркәм йолалары ла бар. Мостай Кәрим исемен йөрөткән Келәш мәктәбе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған, берлектә даими саралар үткәрелә. Мәҫәлән, былтыр гимназия ярҙам йөҙөнән ауылдағы дуҫтарына мәктәп кәрәк-ярағы, гөл һауыттары бүләк иткән. Туғанлашҡан белем усаҡтары йырлы-моңло күстәнәстәре менән бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә.
Улар Мостай рухында тәрбиәләнәЕтенсе йыл рәттән мәктәптә бөйөк шағирға арналған саралар ойошторола. Әҙәби-музыкаль, шиғриәт кисәләре, театрлаштырылған тамаша булһынмы – йыл һайын улар төрлө формала үтә. Был әҙиптең ижадын киңерәк яҡтыртырға мөмкинлек бирә. Быйыл иһә сарала ҡатнашыусылар «Кем ул минең өсөн Мостай Кәрим?» тигән һорауға яуап бирҙе.
Яҙыусыға ошо көндәрҙә 94 йәш тулған булыр ине. Әммә үкенестәр күңелде үртәмәй, сөнки халыҡтың оло һөйөүе уның исемен мәңгелек итте. Үҙенең дә шундай һүҙҙәре бар бит: «Үлемдән үлемһеҙлек көслө». Ошо һүҙҙәрҙе иҫбатлап, күптәр өсөн тормошта терәк, кәңәшсе, остаз булған әҙипте иҫкә алырға уның ҡәләмдәштәре, дуҫтары, туғандары һәм, ғөмүмән, ижадын һөйөүселәр килде. Залда, беҙҙең арала, яҙыусының үҙе лә булған кеүек ине. Гүйә, Мостай рухын һеңдергән алмаш быуын үҫеп килеүенә ул шатланып ултырҙы. Алдағы йылда бөйөк шағирҙың юбилейы айҡанлы уҡыу йорто халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара үткәрергә, унда күрше төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар саҡырырға ниәтләй.
Гимназия директоры Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева үҙе етәкселек иткән коллектив эшмәкәрлегенең яҙыусыға, уның ижадына ҡарата һөйөү һәм ихтирам менән һуғарылған булыуын түбәндәге һүҙҙәре аша еткерҙе: «Һәр эшебеҙҙә, уңыштарыбыҙҙа, йөрәгебеҙҙә — әҙиптең әйткән һүҙҙәре, уның фәлсәфәһе». Уҡыусыларҙа ла ошондай ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын уята белеү, уларҙы яҙыусының мираҫын ҡәҙерләй һәм һаҡлай белгән шәхес итеп тәрбиәләү мәктәптең үҙ алдына ҡуйған бурыстарын уңышлы үтәүе, исеменә есеме тап килеүе хаҡында һөйләй.
Кем ул минең өсөн шағир?
Таңсулпан Ғарипова: «...башҡорт халҡына XX быуатта Хоҙай биргән иң ҙур бүләктәрҙең береһе».
Ҡәҙим Аралбай: «...үлемһеҙ шәхес, бөйөк Ил улы, башҡорт халҡының ғорурлығы. Беҙҙең быуын өсөн ул ҡәләмдәш, остаз ғына түгел, ә серҙәш тә. Уның һүҙҙәрен, кәңәштәрен бөгөн дә иҫкә алабыҙ».
Камил Йыһаншин: «...юлды яҡтыртыусы, намыҫҡа таянып йәшәргә өндәүсе бөйөк рухи маяҡ. Ул үҙенең ябайлығы менән һәр саҡ һоҡландырҙы, уның өсөн бөтә кешеләр ҙә тигеҙ булды».
Ирек Кинйәбулатов: «...беҙҙең мәңгелек уҡытыусы. Мостай Кәрим ярты сәғәтлек дәрес үткәрмәне, ул үҙенең ижады аша беҙгә тормош һабаҡтары бирә».
Гөлназ Әхмәҙиева, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры: «...Оло йыһан, яҡшылыҡҡа, алға әйҙәүсе яҡты символ».
Арыҫлан Ярмуллин, VII класс уҡыусыһы: «Йәш быуынға өлгө булырҙай шәхестең исемен йөрөткән гимназияла уҡыуым менән ғорурланам. Уның әҫәрҙәрен яратам. Дуҫтарым Хәйҙәр, Илһам менән «Өс таған» повесын сәхнәләштереү идеяһы менән сығыш яһаныҡ. Уҡытыусыбыҙ Фәриҙә Ҡаҙыхан ҡыҙы был башланғысты тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Күңел һалып башҡарған эшебеҙ бик матур килеп сыҡты».
Автор: Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана