Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ун йыл үткәс...
Карта учреждений и афиш
Понедельник, 29 июля 2013
Ун йыл үткәс...
Салауат Юлаев эҙҙәренән тәүге журналист экспедицияһында ҡатнашыусылар батыр һәйкәле янында тиҫтә йылдан һуң тағы ла осрашты. Ҡулдарына ҡыҙыл ҡәнәферҙәр тотҡан бер төркөм журналист өсөн был тулҡынландырғыс мәл ине.
Һәйкәл янына Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, "Тамаша" журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мирас Иҙелбаев, журналистар Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, Фәниә Хәсәнова, Әлфиә Ғимаҙиева һәм башҡалар килде. Улар халҡының азатлығын һаҡлап һәләк булған яугир иҫтәлегенә сәскә һалды. Республикабыҙҙағы журналистарҙың күп яҡлы хеҙмәте йәш быуын күңелендә Салауат Юлаевтың иҫтәлеген мәңгелеккә нығытты, тарихыбыҙҙы байытты. Сағыу шәхес хаҡындағы Ырымбур, Өфө, Ҡазан, Мәскәүҙән алып Балтик буйына тиклемге халыҡтарҙы тупланы, туғанлаштырҙы. Крәҫтиәндәр һуғышы батыры аяҡ баҫҡан төбәктәр буйлап үткән журналистар проекты бөтә илебеҙҙә тиерлек ҙур Ун йыл үткәс...хуплау тапты, көслө этәргес алды.
Тәүге сәфәр Салауат Юлаев менән уның атаһы Юлай Аҙналин һөргөнгә ебәрелгән Рогервик ҡәлғәһе урынлашҡан Палдиски ҡалаһына ойошторолғайны. Артабан маршрут батыр отряды һуғышҡан төбәктәр аша үтте. Башҡортостан биләмәһендә ундай урындар — етәү. Бынан тыш, экспедицияла ҡатнашыусылар Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, Удмурт, Татарстан республикаларында булды.
Салауат Юлаев эҙе буйлап журналистарҙың сәфәре хаҡында һөйләгән материалдар "Батыр хаҡында тере иҫтәлек" ("Живая память о батыре"), "Салауаттың һынмаҫ рухы" ("Несломленный дух Салавата"), "Уралдан алып Балтикка тиклем" ("От Урала до Балтики") тигән өс китапта сағылыш тапты. Һуңғы йыйынтыҡта төрлө йылдарҙағы экспедициялар мәғлүмәттәре тупланған. Уның менән "Китап" нәшриәтенең интернет-магазинында ла танышырға мөмкин.
Әлеге осрашыу шул экспедициялар хаҡында хәтирәләр менән һуғарылды. Шулай уҡ журналистарҙың яңы акцияларын ойоштороуға бәйле киләсәккә бурыстар билдәләнде. 2014-тә башҡорт халҡының милли батыры тыуыуға 260 йыл тула. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туризмдың әүҙем үҫеүен иҫәпкә алып, Салауат Юлаев эҙенән "Өфө—Палдиски—Өфө" туристик маршрутын ойоштороу ҙа маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Журналистарҙың фекеренсә, был экспедицияларҙы батырҙың юбилейына әҙерлек эше программаһына индерергә кәрәк.
Автор: Мәүлиҙә ЯҠУПОВА, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, экспедицияларҙың ойоштороусыһы һәм ҡатнашыусыһы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана