Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"ВИЗИТ" ФИЛЬМЫ... Рудольф Нуриев тураһында
Карта учреждений и афиш
Среда, 29 января 2014
"ВИЗИТ" ФИЛЬМЫ... Рудольф Нуриев тураһында
Өфөнөң "Родина" кинотеатрында "Башҡортостан" киностудияһының тағы бер яңы фильмының презентацияһы үтте. Режиссер Булат Йосопов үҙенең "Визит" тип аталған был кинофильмында донъяла киң билдәле балет бейеүсеһе, Башҡортостанда тыуып үҫкән Рудольф Нуриевтың тормошонан бер эпизодты һынландыра.
Картина ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлгән. 1977 йылда Өфөгә эш сәфәре менән Иорданиянан король ғаиләһе вәкиле Дина бин Абдель Хәмид килә. Ул үҙенең ҡыҙы аша Рудольф Нуриев, уның тормошо менән таныш була. Шуға ла ул Рәсәйгә сәфәре ваҡытында Өфөгә барырға һәм мотлаҡ бөйөк балет бейеүсеһенең ошонда йәшәгән әсәһе менән күрешеп, уға Францияла йәшәүсе оҙаҡ йылдар күрмәгән улынан сәләм тапшырыу теләге менән яна. Бейеүсе биографияһынан был киң билдәле булмаған факт уның шаһиты Йәүҙәт Исҡужин һөйләүе буйынса йәмәғәтселеккә билдәле була. Был авторҙың китабында тормош дөрөҫлөгө һәм Рудольфты белгән кешеләрҙең һыҙланыуҙары һүрәтләнгән, ә хәҙер инде был ваҡиғалар Булат Йосоповтың кинокартинаһында ла сағылдырыла.
- "Визит" фильмы - ул биш миллион һум күләмендәге Президент грантын яулауға хоҡуҡ алыусы иң лайыҡлы проекттарҙың береһе, - тип билдәләне үҙенең тәбрикләү телмәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. - Ошо фильм беҙҙең республика һәм ил масштабында ғына күрһәтелеп ҡалмаҫ, тип уйлайым, әле уны Парижда Рәсәйҙең фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә лә күрһәтеү ихтималлығы тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла...
Фильмды "Башҡортостан" киностудияһында 2013 йылдың сентябренән төшөрә башлағандар. Унда Рәсәй актрисаһы Лаура Кеосаян, билдәле башҡорт артистары Таңсулпан Бабичева, Рәмзил Сәлмәновтар ҡатнаша. Иҫ киткес урынлы һайлап алынған актерҙар составы, матур музыка, режиссерҙар, рәссамдар, декораторҙар эше, әсә менән улдың үҙәккә үткес һөйөү тарихы бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмаясаҡ, моғайын. "Картина уңышлы килеп сыҡҡан", тип ышана авторҙар һәм беренсе тамашасылар. "Был фильм - тағы ла бер ҡабат кешенең рухи асылында бер ниндәй ҙә сиктәр булмағанын, уның бер ниндәй системаға ла буйһонмағанын әйтергә тырышыу. Ябыҡ дәүләт системаһында тыуған һәм формалашҡан Рудольф Нуриев тормош тураһында, үҙенең тәғәйенләнеше тураһында күҙ алдына килтереп аңлаған һәм хәҙерге заман сәнғәтенең иң ирекле һәм бойондороҡһоҙ кешеләренең береһенә әүерелгән", - тип һөйләй режиссер Булат Йосопов.
Өфө тамашасылары өсөн "Визит" фильмының премьераһы "Родина" кинотеатрында ошо йылдың ғинуар-февралендә үтәсәк.
Автор: Гөлфиә АКУЛОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана