Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың хәтер кисәһе үтте
Пятница, 24 января 2014
Яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың хәтер кисәһе үтте
Кисә, 23 ғинуар, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, «Кинйә» романы авторы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте. Сараны китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Кисәлә БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы Рәшит Низамов, фән эшмәкәрҙәре Зәки Әлибаев, Гөлфирә Гәрәева, шәхестең ҡыҙы Һөйөклө Ибраһимова һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ҡатнашты.
Филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев һәм филология фәндәре докторы Гөлфирә Гәрәева Ғәле Ибраһимовтың ижады хаҡында йөкмәткеле итеп сығыш яһанылар, бигерәк тә «Кинйә» романының идея-тематикаһына, йөкмәткеһенә оҙайлы туҡталдылар. Яҙыусы Ноғман Мусин Ғәли Ғизетдин улының яуаплы кеше булыуын билдәләһә, Ҡәҙим Аралбаев уның иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Атайым баҫалҡы, тыныс, йомарт кеше булды. Яҙған ижад емештәре – уның күңел талабы ине», - Һөйөклө Ибраһимова атаһына шундай баһа бирҙе.
Кисә барышында яҙыусының тормош һәм ижад юлына бағышланған виртуаль күргәҙмә эшләне.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Главное меню
Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана