Яңы йылға әҙерлек башлана

Яңы йылға әҙерлек башлана
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында Яңы 2014 йылды байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика ойоштороу комитеты составы раҫланды. 
23 декабрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында “Президент шыршыһы” ойошторола. Унда ҡала һәм райондарҙан уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, художество үҙешмәкәрлек фестивале лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балалары саҡырыла. 
Ойоштороу комитетына күмәк саралар барышында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, янғын хәүефһеҙлеген, медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын, балаларҙы имен ташыуҙы тәьмин итергә ҡушылды. Киң мәғлүмәт сараларында байрамды яҡтыртыу ойошторола, мәҡәләләр һәм тапшырыуҙар шәлкеме әҙерләнә.
Республиканың Финанс министрлығына “Президент шыршыһы” байрамы сараларын, унда ҡатнашыусыларҙың “Салют” шифаханаһында өс көнлөк ялын ойоштороу, күп балалы ғаиләләр өсөн Яңы йыл бүләктәрен һатып алыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау, һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етемдәргә матди ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде. Район һәм ҡала хакимиәттәренә балалар йорттарында, социаль приют, интернаттарҙа тәрбиәләнгән инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға бүләк тапшырыуҙы ойоштороу тәҡдим ителде. 
Автор: Ғ. ИБРАҺИМОВА

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb