Яҡташыбыҙ Абрек Абыҙгилдин мәрхүм булып ҡалды

Яҡташыбыҙ Абрек Абыҙгилдин мәрхүм булып ҡалды
Башҡортостан һәм Татарстан йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе – 77-се йәшендә Абрек Әмир улы Абыҙгилдин мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
Абрек Абыҙгилдин 1937 йылдың 1 мартында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1965 йылда Ҡазан сәнғәт училищеһын тамамлағас, В.Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт сәнғәт институтына уҡырға керә. Рәссам-монументалист һөнәренә эйә булғас, Өфөгә ҡайта.
1970 йылдан алып Ҡазан ҡалаһында йәшәй. 1974 йылда Татарстандың Рәссамдар союзы ағзаһы. 1993-2008 й.й. ошо уҡ союздың етәксеһе, 2008-2013 й.й. Рәсәйҙең Ҡазан ҡалаһындағы сәнғәт академияһын етәкләй.
1997 йылда «Ғ.Туҡай», «Дәрдмәнд» тип аталған әҫәрҙәре һәм «Б.Урмансы» триптихы өсөн Абрек Абыҙгилдин Ғ.Туҡай исемендәге Татарстан Республикаһының Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Абрек Әмир улы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ рәссамы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Оло шәхес менән хушлашыу 26 декабрь 9.30 сәғәттә «Ҡазан» милли-мәҙәни үҙәктә үтә.
Абрек Абыҙгилдин хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр оҙаҡ йылдар сәнғәт һөйөүселәрҙең йөрәгендә һаҡланыр.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb