Яңы күргәҙмә залын асыу Александр Бурзянцевҡа арнала

Яңы күргәҙмә залын асыу Александр Бурзянцевҡа арнала
Өфөнөң «Мираҫ» галереяһы, ХХ быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостандың иң сағыу һәм үҙенсәлекле рәссамдарының береһе – Александр Бурзянцевтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған күргәҙмә менән яңы экспозиция залын аса.
«Мираҫ» галереяһынан хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә 1950 йылдарҙың беренсе яртыһындағы этюдтарҙан башлап рәссам үҙенең һуңғы рәсемдәрен төшөргән 1990 йылдар уртаһына тиклем һынлы эштәр һәм график рәсемдәр тәҡдим ителәсәк. Бында шулай уҡ, рәссамдың тормошона һәм ижадына бәйле, әлегә тиклем күптәр күрмәгән, уникаль архив материалдарын, фотографиялар, әйберҙәр күрергә мөмкин буласаҡ. 
Бөйөк оҫтаның полотнолары Дәүләт Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус Дәүләт музейы (Санкт-Петербург) йыйынтыҡтарында, М.В.Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө) һәм илдең башҡа тиҫтәләгән музейында һаҡлана. 
Күргәҙмә 11 декабрҙән 2014 йылдың 31 ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 72 адресы буйынса уҙасаҡ.
Инеү ирекле.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb