Новогодний календарь 2025-2026
Афиша
Новости
Спецпроекты
Редакция
Культура онлайн
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ырымбурҙа өлкә башҡорттарының V ҡоролтайы үтте
Пятница, 29 ноября 2013
Ырымбурҙа өлкә башҡорттарының V ҡоролтайы үтте
Милләттәштәребеҙҙе бер ҡорға туплаған йыйында тел һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу, уны киләһе быуынға еткереү, милли мәғарифты үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде.
Ырымбур өлкәһе башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк. Әлеге көндә бында 46 мең башҡорт иҫәпләнә, 18 мәктәптә туған тел уҡытыла. Шулай ҙа залда ултырыусыларҙы борсоған һорауҙар байтаҡ. Бюджет өлкәһен оптималләштереү һөҙөмтәһендә 5 белем усағында телде уҡытыу туҡтатылған. Быға бәйле ҡоролтай делегаттары Ырымбур өлкәһе етәкселегенә башҡорт телен яҡлау буйынса мөрәжәғәт менән сығырға ҡарар итте. Әйткәндәй, тарихи сығанаҡтар буйынса, милләт булараҡ хәҙерге Ырымбур өлкәһе биләмәһендә көн итеүсе башҡорттар тураһында сәйәхәтсе Ибн Фаҙлан уҡ яҙып ҡалдырған. Шуға күрә, милләттәштәребеҙ үҙ ерҙәрендәге кеүек хоҡуҡтарға эйә булырға тейеш, ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов.
Сара барышында Ырымбур өлкәһендә сыҡҡан "Ҡаруанһарай" гәзитенең 20 йыллыҡ юбилейы ла билдәләнде. Был баҫма аҙнаһына бер тапҡыр сыға һәм финанс ауырлыҡтарға ҡарамай урындағы башҡорттарҙың йәшәйешен яҡтыртып бара.
Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һуңғы йылда "Юлдаш" радиоһы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарау мөмкинлегенә эйә. 5-се башҡорттар ҡоролтайы барышында иһә был радио һәм телесигналдар барып етмәгән ауылдарҙа ла милли каналдар булһын өсөн өлкә хакимиәте тейешле ҡорамалдар урынлаштырырға вәғәҙә бирҙе.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Новогодний календарь 2025-2026
Афиша
Новости
Спецпроекты
Редакция
Культура онлайн
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана