«Юлдаш» радиоһы Силәбе өлкәһендә трансляциялана

«Юлдаш» радиоһы Силәбе өлкәһендә трансляциялана
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиостанцияһы башҡорт телендә тапшырыуҙарҙы трансляциялай башланы, тип хәбәр итте БР төбәктә даими вәкиллеге матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров. Хәҙер Өфө журналистары республика тормошо тураһында уның сигендә лә һөйләй аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт радиоһы беренсе тапҡыр 1927 йылда хәҙерге Ҡоншаҡ районы территорияһында трансляциялана, ул шул дәүерҙә Башҡорт АССР-ның Арғаяш кантоны составында була.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин әйтеүенсә, «Юлдаш» башҡорт радиоһының тапшырыуҙары ауыл халҡының аң даирәһен киңәйтәсәк, тыуған республика тормошонан һуңғы ваҡиғалар тураһында белергә мөмкинлек бирәсәк, башҡорт мәҙәниәте, теле һәм музыкаль сәнғәте үҫешенә йоғонто яһаясаҡ.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агенствоһы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb