Ғүмерен журналистика менән бәйләгән Юрий Шугановтың урыҫ телендәге "Две исповеди" китабы донъя күрҙе.
"1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин — Йыһанға, ә мин "Ленинец" гәзитенең күгенә остом", — тип шаярта Юрий. Шунан алып уға республикабыҙҙың төрлө баҫмаларында, радио һәм телевидениеһында эшләргә насип булды.