Земфираның яңы ҡаҙанышы

Земфираның яңы ҡаҙанышы
Күренекле яҡташыбыҙ, композитор һәм йырсы Земфира Рамаҙановаға “Ританың һуңғы әкиәте” фильмындағы музыкаһы өсөн “Алтын Феникс” наградаһы тапшырылды.
31 августа Смоленск ҡалаһының «Современник» кинотеатрында актер-режиссерҙарҙың “Алтын Феникс” тип исемләнгән VI Бөтә Рәсәй кинофестивале тамамланды. Земфираға жюри ҡарары буйынса Михаил Глинка исемендәге махсус приз тапшырылды. 
Әйтергә кәрәк, кинофестивалдең конкурс программаһында 17 тулы метражлы уйын һәм дүрт документаль фильм ҡаралды.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb