Зәйнәб Биишеваға арналған конкурс үтте

Зәйнәб Биишеваға арналған конкурс үтте
Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында ЮНЕСКО ҡарамағындағы мәктәптәр, башҡорт лицейҙары уҡыусылары араһында халыҡ яҙыусыһының тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған ижади конкурс уҙҙы. Әҙибәнең ижадын өйрәнеүгә арналған бәйге әҙәбиәт һөйөүселәрҙе берләштерҙе.
Конкурста 36 бала - Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ҡырмыҫҡалы районы уҡыусылары ҡатнаша. Улар башҡорт һәм рус телдәрендә «Яҙыусының ижады», «Шәхестең бала сағы һәм йәшлек йылдары» секцияһында айырым көс һынашты. Жюри ағзалары әйтеүенсә, беренсегә үтеүгә ҡарамаҫтан, конкурсанттар бәйгегә етди әҙерләнгән.
Конкурстың төп ойоштороусылары - ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһының Башҡортостан комитеты. Уның ағзалары белдереүенсә, бәйгенең төп маҡсаты - йәш быуынды халыҡ яҙыусыһының ижады һәм тормошо менән яҡындан таныштырыу, шәхестең әҫәрҙәрен бөтә донъя әҙәбиәте ҡомартҡыһына әйләндереү. Зәйнәб Биишеваның исемен йөрөткән гимназия уҡытыусылары ла был сараның оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй.
Ижади конкурс күренекле шәхестәрҙе - башҡорт яҙыусыларын, шағирҙарын, фән эшмәкәрҙәрен бергә тупланы. Кисәгә Мәскәү ҡалаһынан Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Әминев та килгәйне. Ул балаларға әҙибәнең фотоларын, ҡәҙерләп һаҡлаған бер нисә китабын да күрһәтте.
«Ижады, әҫәрҙәре менән үҙенә һәйкәл ҡойған...» - бәйге барышында был һүҙҙәр бер тапҡыр ғына яңғыраманы. Бөйөк яҙыусының 105 йыллығына арналған беренсе конкурс уңышлы үтте, ти ойоштороусылар. Конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә Зәйнәб Биишеваның китаптары менән бүләкләнде.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb