«Ғаилә усағы. Ураҙа байрамы» үтәсәк

«Ғаилә усағы. Ураҙа байрамы» үтәсәк
8 августа баш ҡаланың Аксаков исемендәге паркында «Ғаилә усағы. Ураҙа байрамы» исемле сара үтә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сара программаһында төрлө спорт, интеллектуаль уйындар, концерт, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. 
Шулай уҡ байрам сиктәрендә «Оҫталар ҡалаһы» тәҡдим иткән күргәҙмә-йәрминкә эшләйәсәк, «Дармарка» һәм «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» хәйриә акциялары үткәреләсәк. Байрамда йыйылған барлыҡ бүләктәр балалар йорттарында һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән кескәйҙәргә тапшырыласаҡ. 
Сәғәт 12-лә башланасаҡ байрам ҡунаҡтарын күңелле сюрприздар көтә.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb