Ҙур экранда - донъя һәм рок музыкаһы шедеврҙары

Ҙур экранда - донъя һәм рок музыкаһы шедеврҙары
Баш ҡаланың “Родина” кинотеатры “Зур экранда донъя шедеврҙары” исемле проектын башлай. 19 ноябрҙән 31 декабргә тиклем «Дон Кихот», «Сильфида», «Щелкунчик» балеттары, «Гофман әкиәттәре», «Турандот», «Бал-маскарад», «Сицилия кисе» опералары күрһәтеләсәк.
Рок музыкаһы һөйөүселәр ҙә онотолмаған. 20 ноябрҙән 18 декабргә тиклем кинотеатрҙа “Ҙур экранда рок легендалары” фестивале үтәсәк. Унда был музыка стилендә сығыш яһаусы төркөмдәрҙең һәм йырсыларҙың һанлы форматта тергеҙелгән концерт яҙмалары күрһәтеләсәк. Легендар «The Unsustainable Tour»,«Wings», «Doors», «Queen», «Aerosmith» төркөмдәре, Пол Маккартниҙың сығышы үҙ тамашасыларын мотлаҡ табасаҡ.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb