Бөгөн Иглин ауылы мәҙәниәт йортонда «Айыҡ ауыл — 2013» республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үткәрелә.
Был конкурста иң айыҡ ауыл исеме өсөн 80 ауыл биләмәһе көрәште. Июль айынан сентябргә тиклем ярыш комиссияһының туғыҙ күсмә ултырышы ойошторолдо, бынан тыш, ҡатнашыусылар фото һәм видео ҡушымталар менән мәғлүмәт отчеттары ебәреп торҙо.
«Айыҡ ауыл — 2013» конкурсы еңеүселәре тип Иглин районының Үктәй ауыл советы, Әбйәлил районы Байым ауыл советының Рәхмәт ауылы, Бүздәк районының Төрөш ауыл советы танылды.