Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Ҡолонташ" бейеклеге
Карта учреждений и афиш
Вторник, 24 декабря 2013
"Ҡолонташ" бейеклеге
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яныбай Хамматов, Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Сабир Шәриповтың ижады Белорет тәбиғәте кеүек алсаҡ та, киң ҡоласлы ла. Уның "Тауҙарҙағы эҙ", "Хушлашмайым...", "Ҡайынлы артылыш", "Аҡ ҡулсатыр" кеүек китаптарын уҡыусылар йылы ҡабул итте.
Бер нисә йыл элек кенә автор "Зәңгәр катер" романы менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе серле донъяға сәйәхәткә алып сыҡҡайны. Мауыҡтырғыс сюжетлы, үҙенсәлекле һүрәтләү алымдарына ҡоролған, геройҙарҙың эске кисерешен оҫта асып биргән әҫәр уҡыусылар күңелен тиҙ яуланы. Быйыл иһә танылған ҡәләм оҫтаһы әҙәбиәтебеҙ кәштәһен йәнә байытты — уның "Ҡолонташ" исемле һәлмәк китабы донъя күрҙе.
— Кемдер һинең әҫәрҙәреңде уҡып хисләнә икән — ул инде фекерҙәш, иптәш. Ана шулар — иң шәп, иң ғәҙел тәнҡитсе. Өҫтәүенә, хат һалһалар йә шылтыратһалар, үҙеңдә кинәнес тоймай сараң юҡ, — ти автор.
Ысынлап та, әлеге китапта танһыҡ һүҙ-фразалар байтаҡ. "Ҡолонташ" тигән мажаралы повеста ҡош-ҡорт әҙәмсә һөйләшә, етмәһә, ҡәҙимге хикәйәләү ыҡсым ғына сәхнәүи алымдар, фольклор ынйылары менән үрелеп бара. Повесть тиһәң дә, әҫәрҙең жанры апаруҡ ҡатмарлы, уғата романтикалы.
Бындай алым халыҡ ижадында, айырыуса эпостарҙа, осраштыра. Йәшәмеш ҡоҙғон, Йәш ҡоҙғон, Ҡомаҡ, тыйылған зонаға эләккән өс ат ҡәҙимге аралаша, сөнки улар ҙа — әҫәр геройҙары, улар егерь Йәнбәк, урмансы Мирза, инженер-биолог Фәрит, бейеүсе Алмагөл кеүек ер кешеләренең характерҙарын, мөхәббәт "өсмөйөш"тәрен асығыраҡ һүрәтләргә, тәбиғәттәге хәтәр проблемаларҙы баҙығыраҡ күҙалларға ярҙам итә.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана