Ҡурай бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ

Ҡурай бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ
11-12 июлдә Йылайырҙа башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы үткәрелә. Был ижади бәйге виртуоз ҡурайсының тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән. Заманында Франция, Италия, Швеция, Швейцария, Германия, Польша, Афғанстан, Пакистан, Бирма, Япония һәм башҡа илдәрҙең тамашасылары уның сығышын йылы ҡабул иткән. 
Әйткәндәй, шәхес иҫтәлегенә арналған конкурсты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Йылайыр районы хакимиәте һәм Ҡурайсылар союзы берлектә ойоштора. Унда ҡурайҙа, думбырала, ҡылҡумыҙҙа уйнаған үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар, шулай уҡ ҡурайсылар ансамбле ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Һәр ҡатнашыусының һәләтен республикабыҙҙың танылған сәнғәт әһелдәре баһалаясаҡ. 
Конкурс 12 июлдә киске сәғәт 5-тә Йылайыр районы үҙәгендәге мәҙәниәт һарайында гала-концерт менән тамамланасаҡ. 
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb