Ҡөръән Кәримде башҡортсаға шиғыр формаһында тәржемә итеүсе бағымсылар эҙләй

Ҡөръән Кәримде башҡортсаға шиғыр формаһында тәржемә итеүсе бағымсылар эҙләй
Учалы ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе яҙыусы һәм шағир Мәүлит Ямалетдинов әлеге көндә изге китаптың 75 сүрәһен шиғри юлға һалған.
Эш 1991-се йылда уҡ башланған. Яҙыусы Ҡөръәндең рус теленә шиғри тәржемәһен ҡулына алғас, уны башҡортсаға тәржемә итергә булған. Бының өсөн уға бик күп махсус һүҙлектәр аҡтарырға, быға тиклем булған тәржемәләрҙе өйрәнергә тура килгән. Үҙ эсенә 50 сүрәне алған тәүге китапты автор 2001-се йылға тиклем шиғри юлға һалып баҫтырып сығарған. Әлеге көндә был тәржемә мәҙрәсә һәм мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы ислам дине нигеҙҙәренә өйрәтеүҙә ҡулланыла. Проза формаһынан айырмалы, күптәргә шиғырҙарҙы аңлауы еңелерәк. Яҙыусы киләсәктә изге китапты тулыһынса тәржемә итергә теләй. Шулай ҙа әле булған 75 сүрәне лә айырым китап итеп сығарырға ниәтләй.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb