"Һунарсы" Гран-приҙы эләктерҙе

"Һунарсы" Гран-приҙы эләктерҙе
Һай, дәртле лә инде башҡорт бейеүҙәре! Ана, сәхнәне дер һелкеткән малай — торғаны бер бөркөт. Ҡанаттары ғына етмәй, бына-бына ҡоласын йәйеп осоп китер ине. Ә билдәре һығылып торған, оҙон сәсле ҡыҙҙы ҡарағыҙсы! Билләһи, аҡҡош тиерһең... Ул бит сәхнәлә йөрөмәй, ә йөҙә. Ошондай күркәм сығыштарҙы күреп, үҙең дә һиҙмәҫтән ҡушылып тыпырҙатып ебәрәһең. Бындай тамашаны ҡайҙа күрерһең тағы? 
Күгәрсен районында уҙғарылған балалар араһындағы “Байыҡ” республика бейеүҙәре конкурсы шундай дәртле сығыштарҙан туҡылды. Бишенсе тапҡыр ойошторолған мәртәбәле сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән 350-нән ашыу бала оҫталыҡҡа көс һынашты. Уларҙы танылған сәхнә оҫталары — Радмир Бәҙретдинов, Зинфира Ғабдулхаҡова, Йәмилә Бикбаева, Рәйес Низаметдинов һәм проекттың авторы Рита Өмөтбаева баһаланы. 
Һөҙөмтәләр буйынса, беренсе урынды Руфина Хафизова (Әбйәлил районы), Гүзәл Ураҙова (Ейәнсура), Нурислам Юламанов (Хәйбулла) яуланы. Икенсе урынға Алмас Ғәбитов (Бөрйән) менән Рифата Сәйетғәлина (Әбйәлил) лайыҡ тип танылды. Өсөнсө урын — Ләйсән Саттаровала (Өфө). 
Иң төп бүләк “Һунарсы” бейеүен башҡарған Искәндәр Әбделғужинға “тәтене”. Искәндәр Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһында уҡый. Быйыл дүртенсе генә класты тамамлаһа ла, бәйгелә уға етеүсе булманы. 
Автор: А. БАЙМӨХӘМӘТОВ
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb