Өфө «Иң мәҙәни ҡала» исеменә дәғүә итә

Өфө «Иң мәҙәни ҡала» исеменә дәғүә итә
Мәҙәниәт йылы сиктәрендә баш ҡалала күп кенә сәнғәт ҡорамдары яңырыу кисерәсәк. Әле Өфөлә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Конгресс-холл, М.Нестеров исемендәге художество музейы төҙөкләндерелә. Объекттарҙа эштәр барышы менән Рөстәм Хәмитов танышты.
Баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк, ти белгестәр. Тәү сиратта был концерт залының акустикаһына ҡағыла. Тулыһынса һүтеп, яңы талаптарға яраҡлаштырылған тамаша залы музыка донъяһының барлыҡ сихри тауыштарын ишетерлек итеп ҡорола. Ә бына бинаның архитектур йөҙө ул тиклем үҙгәртелмәй. Ни бары заманса материалдар ҡулланып яңыртыласаҡ.
Башҡорт опера һәм балет театрында ла әле «бырауҙар» оркестры хөкөм һөрә. Акустик үҙенсәлектәре яҡшыртылған тамаша залында музыканттар ултырған урын, сәхнә механизациялана.Тамаша талаптарына ярашлы, улар күтәрелә, йә иһә төшә, өйөрөлә ала.
Михаил Нестеров исемендәге художество музейы ла яңырыу кисерә. Боронғо архитектур ҡоролма эргәһендә заманса бина төҙөлә. Музейҙың корпусы төҙөлөп бөткән тиерлек. Әле эске биҙәү эштәре ҡалған. Ул биш ҡатлы буласаҡ. Элек был урында торған ике ҡатлы бинала музей фонды урынлашҡан ине. Хәҙер һынлы сәнғәт өлгәләрен һаҡлау шарттары күпкә яҡшыра.
Конгресс-холда әле төҙөүселәр түбәнге ҡаттарҙы рәткә килтерә. Бында ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерлек сиктәрендә матбуғат үҙәктәре, килешеүҙәр төҙөү һәм кәңәшмәләр үткәреү залдары урын аласаҡ. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ күләмле форумға әҙерләнгән ҡунаҡханалар төҙөлөшөн дә ҡараны. Һыуыҡтар тороуға ҡарамаҫтан, бында ла эштәр йылдам бара.
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb