Өфө «Нур» театрында дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы үткәрелә
Пятница, 13 декабря 2013
Өфө «Нур» театрында дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы үткәрелә
«Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!» тип аталған байрам – музыка фестивале 14 декабрҙә Өфө «Нур» дәүләт татар драма театрында үткәрелә. Уны Башҡортостан татарҙары милли-мәҙәни мөхтәриәте ойоштора.
Фестивалдә республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан үҙешмәкәр коллективтар, мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Музыкаль тәбрикләү менән «Нур» театры артистары ла сығыш яһаясаҡ.