Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Өфө рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллина «Арт-Мост –Акварель» халыҡ-ара күргәҙмәһендә уңыш ҡаҙанды
Карта учреждений и афиш
Понедельник, 18 ноября 2013
Өфө рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллина «Арт-Мост –Акварель» халыҡ-ара күргәҙмәһендә уңыш ҡаҙанды
Төрлө илдәрҙең һынлы сәнғәт оҫталарын берләштергән ижади биенале ике йылға бер ойошторола. Был юлы акварель конкурсында донъяның 16 иленән 300 рәссам ҡатнашҡан. Яҡташыбыҙ улар араһында иң оҫта ун рәссам исемлегенә инеп, абруйлы конкурстың дипломаты исеменә лайыҡ булды.
Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Ләйсән Рәхмәтуллина күптән инде халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған ижадсы. Билдәле акварель оҫтаһының төрлө йылдарҙа һәм төрлө тарафтарҙа 20-гә яҡын шәхси күргәҙмәһе ойошторолған. Шуға ҡарамаҫтан, Ләйсәндең ижадына тәүге баһа биреүселәр - ул белем алған уҡыу йорто уҡытыусылары. Башҡорт дәүләт педагогия университетында һынлы сәнғәт серҙәренә төшөрөндөрөүселәр уның шатлығын ихлас уртаҡлаша.
Бер-нисә-йыл элек Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ләйсән Рәхмәтуллинаның ижады буйынса диплом эше лә яҡланған. Ғилми хеҙмәт 12 әҫәргә аңлатма биргән каталогтан тора. Төньяҡ баш ҡалала уҙған акварель конкурсына ла Ләйсән тап ошо исемлектән "Күккә ҡараш исемле" ике өлөштән торған әҫәрен тәҡдим иткән. Кеше тормошоноң башланыуы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйланыуҙарын рәссам үҙенсәлекле хәл итә. Сәнғәт белгестәре фекеренсә, әҫәрҙәрендә Ләйсән фәлсәфәүи рәссам дәрәжәһенә күтәрелә.
Рәссамдың ижадында төп илһам сығанағы - серле тәбиғәт донъяһы. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә уҙғарылған ижади плэнерҙарҙа Ләйсән ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән асыштар яһай. Кижи утрауының ҡырыҫ, ләкин һоҡланғыс тәбиғәте, урындағы халҡы, Байкал күленең сикһеҙ киңлектәре, йә иһә күҙҙең яуын алырлыҡ һаҙанаҡ сәскәһе булһынмы - һәр образды ижадсы тәүҙә күңеле аша үткәрә.
Рәссамдың уңыш сере төҫтәр һайлай белеүенән дә ғибарәт. Алтын-һары, күк һәм йәшел Ләйсәндең яратҡан төҫтәре. Һынлы сәнғәт телендә уларҙы ожмах төҫтәре тип тә атайҙар. Акварель оҫтаһы ожмахты үҙенең тыуған ерендә, күркәм тәбиғәтендә таба.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана