Өфө ҡалаһы хакимиәте «Грамоталы ҡала» конкурсын иғлан итте

Өфө ҡалаһы хакимиәте «Грамоталы ҡала» конкурсын иғлан итте
Ул «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законының теүәл үтәлешен күҙ уңында тота. Ҡанунға ярашлы, урамдағы алтаҡталар, республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек һауыттарындағы яҙмалар, дәүләт учреждениелары алтаҡталары рус һәм башҡорт телдәрендә баҫтырылырға тейеш. Әммә ҡалала законды боҙоу осраҡтарын йыш күҙәтергә мөмкин. Хаталар башҡортса яҙмаларҙа ғына түгел, руссаларында ла йыш осрай.
Ошондай хатаға юлығыусылар һәм уға битараф булмаусылар баш ҡала хакимиәтенең «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияға мөрәжғәт итә ала. Дим районы буйынса комиссия секретары билдәләүенсә, әүҙем йәмәғәтселек уларға килә.
Хаталарҙы кәметеү, халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыуға йүнәлтелгән «Грамоталы ҡала» бәйгеһе 2014 йылға тиклем дауам итә. Яҙыуҙарҙағы яңылышлыҡты күреп, улар тураһында хәбәр иткән өфөләргә бүләктәр ҙә ҡаралған. Тирә-яҡҡа иғтибарлы булғанда ғына хаталарҙы юҡ итергә мөмкин, тигән фекерҙә белгестәр.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb