Өфөлә Александр Сергеевич Пушкиндың тыуған көнөнә үҙенсәлекле сара үтте

Өфөлә Александр Сергеевич Пушкиндың тыуған көнөнә үҙенсәлекле сара үтте

"Шишмә" республика балалар әҙәби конкурсы "Башҡортостан рустары Соборы" төбәк йәмәғәт һәм Шаляпин ойошмалары, халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Аксаков бүлексәһе, "Вечерняя Уфа" гәзите, "Истоки" баҫмалары тарафынан ойошторолдо. Дүртенсе тапҡыр үткәрелгән асыҡ конкурсҡа әҙәбиәт һөйөүселәрҙән 300-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән.

Дүрт йәш категрояһында шиғыр, сәсмә әҫәр һәм публицистика буйынса ижади ярышта республиканың бөтә райондарынан йәш яҙыусылар әүҙем ҡатнашҡан. "Хәҙерге донъяла кеше" темаһын яҡлап еңеүсе булған Альбина Арыҫланованың шатлығы сикһеҙ.
Альбина Арыҫланова, Республика балалар асыҡ әҙәби конкурсы еңеүсеһе: “Пушкин тыуған көндә был бүләктәрҙе алыу минең өсөн ҙур шатлыҡ”.
Виктор Афанасьев, "Башҡортостан рустары соборы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы идарасыһы: “Был конкурста ҡатнашыу балаларҙы рухи бейеклеккә, ҙур маҡсаттарға әйҙәй, үҙенең йәмғәиттә тотҡан урынын баһаларға ярҙам итә, әҙәби ижадҡа ынтылышты үҫтерә”.

 

Өфөлә Александр Сергеевич Пушкиндың тыуған көнөнә үҙенсәлекле сара үтте
Өфөлә Александр Сергеевич Пушкиндың тыуған көнөнә үҙенсәлекле сара үтте

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb