Өфөлә «Балет йондоҙо»н атанылар

Өфөлә «Балет йондоҙо»н атанылар
Баш ҡалабыҙҙа 1-3 декабрҙә I Бөтә Рәсәй хореография колледждары һәм мәктәптәре фестивале үтте. Унда төп иғтибар ир-егеттәр бейеүенә бүленде, сөнки фестиваль мәшһүр бейеүсе Рудольф Нуриевтың тыуыуына 75 тулыуға бағышланды.
Фестивалдә профессиональ балет артистарын әҙерләгән Рәсәйҙең бөтә хореография колледждары ҡатнашты. Башҡортостанға бөтәһе 120 буласаҡ «сәхнә йондоҙҙары» йыйылды.
Еңеүселәрҙе түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнеләр:
«Виртуоз башҡарыу өсөн» - Георги Смилевски (Мәскәү дәүләт хореография академияһы).
«Оҫталыҡ һәм профессионаллек өсөн» - Рената Шакирова (А. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы).
«Артислыҡ һәм һөйкөмлөлөк өсөн» - Арина Осипюк (Мәскәүҙең «Классик бейеү мәктәбе» хореография колледжы).
«Нәфислек һәм нәзәкәтлелек өсөн» - Әминә Халиҡова (Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы).
«Ҡалҡып килгән йөндоҙ» номинацияһы Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусы Денис Захаровҡа бирелде. Ошо уҡ номинацияла Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Пермь, Яҡут, Новосибирск, Бүрәт бейеүселәре бүләкләнде.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb