123-сө лицей һәм насар ишетеүселәр интернаты базаһында коррекцион мәктәптәр һәм балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүсе мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында XI Республика мәҙәни-спорт фестивале старт алды.
Мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева әйтеүенсә, был сара республиканың коррекцион мәктәптәрендә уҡыусы бөтә талантлы балаларҙы йыйған. Улар конкурста ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә музейҙарға, театрҙарға йөрөйҙәр, ҡала буйлап экскурсия үтәләр.
Балалар байрамы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына бағышланған. Тәбиғәттең матурлығын улар үҙҙәренең ижади эштәрендә сағылдырҙылар. Шулай уҡ йырланылар, бейенеләр, музыка ҡоралдарында уйнанылар. Ә фестивалдең спорт өлөшөнә шахмат, сатраш, өҫтәл теннисы кеүек уйындар инде.