21 декабрҙә БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юридик фәндәр докторы, профессор Рафаил Зиннуров «Үрге, Урта һәм Түбәнге Ләмәҙ - тарихы, шәжәрәләре, яҙмыштары...» китабының исем туйы үткәрҙе. Яңы китап авторы менән Милли китапхана директоры вазифаһын башҡарыусы, тарихсы, ғалим Марат Зөлҡәрнәев таныштырҙы һәм яңы тикшеренеү эшенең теоретик әһәмиәтен айырым билдәләне.
Китап ете өлөштән тора: «Бер нисә тарихи һәм архив мәғлүмәттәре», «Архив документтары», «Ревиз яҙмалары материалдары», «Үрге, Урта һәм Түбәнге Ләмәҙ халҡының рус армияһында һуғыштарҙа һәм походтарҙа ҡатнашыуы», «1861-1917 йылдарҙа Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәсеттәренең метрика китаптары мәғлүмәттәре», «Сәйәси золом ҡорбандары». Китаптың авторҙашы - Иршат Миңлеханов.
Исем туйында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Рәфиҙә Зиннурова, БР Милли архивы директоры Ғәли Хәйретдинов һәм архив бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллин, көҙәй нәҫеле вәкилдәре - Рөстәм Сәйетғәлиев һәм Әлфиә Йосопова, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре, тарихсы, ғаилим Айтуған Аҡманов ҡатнашты. Авторҙы яңы китабының донъя күреүе менән шулай уҡ Иглин һәм Архангел райондары вәкилдәре ҡотланы.
БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Рафаил Зиннуровтың хеҙмәттәренән күргәҙмә әҙерләгән.