Өфөлә рок-музыка фестивале үтәсәк

Өфөлә рок-музыка фестивале үтәсәк
14 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Ленин майҙанында «DMC Fest» халыҡ-ара музыка фестивале үтәсәк. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән «Ария», «Смысловые Галлюцинации», «7Б», «Княzz» («Король һәм Шут»), «Animal ДжаZ», «Нервы» (Украина), «Слот», «Год Змеи», «Huun-Huur-Tu» (Тыва Республикаһы), «Туран» (Ҡаҙағстан Республикаһы) төркөмдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Бынан тыш, сарала яҡташыбыҙ, билдәле музыкант Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө лә сығыш яһаясаҡ. 
«DMC Fest 2013» фестивале барышында «Музыкаль берҙәмлек көнө» этнофорумы ла уҙғарыласаҡ. Унда этник стилдә башҡарыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре, уларҙың музыка ҡоралдары күргәҙмәһе тамашасыларҙың иғтибарына тәҡдим ителәсәк. 
Фестивалгә Өфөнөң туғандаш ҡалалары Галле, Анкара, Шэньяндан һәм Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, сит илдәрҙән делегациялар киләсәк.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb