Өфөлә Рудольф Нуриевҡа тағы ла бер таҡтаташ асылды

Өфөлә Рудольф Нуриевҡа тағы ла бер таҡтаташ асылды
1 декабрҙә Өфөлә Рудольф Нуриевҡа тағы ла бер мемориаль таҡтаташ асылды. Уны асыу тантанаһы хореографик училищелар һәм мәктәптәрҙең Рудольф Нуриевтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған I Бөтә Рәсәй фестиваленә тап килтерелде, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Мәшһүр бейеүсенең барельефы менән таҡтаташ Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы бинаһына ҡуйылды.
Элек был адрес буйынса — Свердлов урамы, 38 – буласаҡ бейеү Генийы уҡыған 2-се урта мәктәп урынлашҡан булған. Таҡтаташ барельефын Өфө скульпторы Рөстәм Хәсәнов эшләгән.
Өфөлә Рудольф Нуриевҡа таҡтаташ Башҡорт дәүләт опера һәм балета театры стенаһына элек ҡуйылғайны инде — был бинала бейеүсе балет сәхнәһендә үҙенең тәүге аҙымдарын яһаған.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агенствоһы сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb