Өфөлә "Шаляпин кисәләре" фестивале "Фауст" операһы менән асылды

Өфөлә "Шаляпин кисәләре" фестивале "Фауст" операһы менән асылды

Кисә Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсы асылды. Ике аҙна дауамында тамашасылар иғтибарына шулай уҡ "Риголетто", "Кармен", "Ал сәскә", "Травиата", "Аҡҡош күле" кеүек билдәле әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Рәсәйҙең 12 ҡалаһынан тыш, Грузия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Монгология, Испания, Болгария артистарының сығыштары көтөлә.

Фестиваль барышында Фёдор Шаляпин исемендәге  Халыҡ-ара йырсылар бәйгеһе лә ойошторола. Жюри рәйесе - Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Асҡар Абдразаҡов.

Сығыштарҙы Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһалай. Улар —Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры төп дирижеры Артем Макаров,  Мария театрының йәш опера йырсылары академияһы етәксеһе Лариса Гергиева, Елена Образцованың Халыҡ-ара музыка академияһы директоры Елена Макарова, Өфө сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор Фәрзәнә Сәғитова, Ҡаҙаҡстандың атҡаҙанған эшмәкәре, “Астана Опера” дәүләт опера һм балет театрының солисткаһы Жупар Габдуллина, Азербайджандың атҡаҙанған артисткаһы Сабина Асадова.

Бәйгенең ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй театрҙар эшмәкәрҙәре һәм  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, конкурстың партнеры- Заһир Исмғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.

 

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb