Өфөлә шағир, журналист Ғилман Ишкининдың хәтер кисәһе уҙҙы

Өфөлә шағир, журналист Ғилман Ишкининдың хәтер кисәһе уҙҙы
Сараға шағирҙар, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм ҡәләм оҫтаһының таныштары килде.
Ижад майҙанына Ғилман Ишкинин үҙ юлы, ғәҙәти булмаған темаһы менән килә. Әҙәбиәт белгестәре әйтеүенсә, уның шиғриәте оло бәхәс тыуҙыра. Барыһына ла аңлашылып бармай. Шиғри һүҙенең ҡеүәтен ҡабат-ҡабат уҡығандан ғына һуң тояһың. Мәғәнәһенә төшөнгәс тә, уның ни тиклем тәрән эстәлекле булыуына иғтибар итәһең ти, уның әҫәрҙәрен яратыусылар.
Хәтер кисәһе лә уның кешелек сифаттарына хас булды. Бында бер кем дә рәсми рәүештә саҡырылманы. Барыһы ла үҙ теләге, үҙ ихтыяры менән килде. Бөйөк һүҙҙәр һөйләнмәне. Әммә барыһы ла ихласлап уның шиғырҙарын яттан һөйләне. Ҡәләм оҫтаһы өсөн был ябай ғына күренеш - уға абруй билдәһе.
Сараға Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан шағирҙың уҡытыусыһы ла килгәйне. Ҡырҡ алты йәшен яңы тултырған талантлы шағир 2011 йылдың 5 февралендә Ейәнсураға, әсәһенең хәлен белергә ҡайтып барғанда юл ҡазаһында һәләк була. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Ғилман Ишкинин әҙәбиәтебеҙҙә тәрән эҙ ҡалдырып өлгөрҙө. Киләһе быуын уның шиғырҙарын яңынан асасаҡ. Сөнки Ғилман Ишкининдың шиғриәте заманына ҡарата өр-яңы фекерҙәр менән һуғарылған, ти уның ижадын һөйөүселәр.
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb