Иртәгә, 22 майҙа, Ҡала мәҙәниәт һарайында Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең концерты була, ул тамашасыларҙы сағыу шоу менән ҡыуандырасаҡ. Программала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған композициялар айырым урын биләй.
Был миҙгелдә коллектив 140-тан концерт ҡуйған, Рәсәйҙең алты төбәгендәге 30-ҙан ашыу ҡала һәм районда булған, 15 мең километр юл үткән, концерттарын 100 меңдән ашыу тамашасы ҡарарға өлгәргән.
«Мираҫ» тәүге тапҡыр Төмән, Нягань, Ханты-Манси, Керчь, Алабуға, Әлмәт, Яр Саллы, Минзәлә, Лениногорск һәм Кукмара ҡалаларында, шулай уҡ Башҡортостандың Салауат, Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарында сығыш яһаны. Татарстан Республикаһы менән Төмән өлкәһендәге гастролдәре Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы раҫлаған «Беҙ – Рәсәй» федераль программаһына ярашлы үтте.
Солистарҙың ҡаҙаныштарын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Ҡурайсы Юлай Ҡасимов «Заманалар» программаһы менән таныштырҙы. Коллективтың өс алдынғы солисы – Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Алёна Завьялова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡыл-ҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина һәм йәнә Юлай Ҡасимов бергәләшеп «Сәнғәт трилогияһы» тигән үҙенсәлекле шоу тәҡдим итте.
Миҙгел премьералары араһында – «Минең Өфөм» хор композицияһы, «Ана Ватан» Ҡырым татарҙары йыры, «Забава» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле менән берлектәге «За тихой рекою» рус халыҡ йыры, Юлай Ҡасимов, Ләйсән Мөхәмәтова, Мирас Үҙәнбаев һәм Зәлиә Ғәниәтуллина башҡарыуындағы «Ҡарабай» музыкаль композициялары, «Забава» ансамбле репертуарына ингән «Нью Валенки» һәм «Всё, что было» (солист – Алёна Завьялова), «Босса-нова» һәм «Танго для Клода» оркестр композициялары, шулай уҡ этник мәҙәниәт вәкилдәре Узьма Синкиева Һәм Андрей Очир-Горяев башҡарыуындағы «Нәрән би» ҡалмыҡ бейеүе.
Уҡыусы балалар һәм студенттарға коллектив «Пушкин картаһы» проекты буйынса «Быуаттар мираҫын данлап» тигән концерттар күрһәтте, уларҙы 6800-ҙән ашыу йәш тамашасы ҡараған.
Миҙгелде йомғаҡлау концерты сағыу ваҡиғаға әүереләсәк.
Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.