Кино — ул милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа көслө ҡорал

Фәрит Ғәбитов — республиканың иң әүҙем кино эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ танылыу яулаған шәхес, ошо өлкәлә бай тәжрибә туплаған кеше. Уның хәтерендә башҡорт кинематографының образы һаҡлана.  Фәрит Фәтих улы Ғәбитов кинопрокат эшен ойоштороусы, Рәсәйҙең кинематографистар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы кинематографы. Ул- милли кино сәнғәтенең барлыҡҡа килеүенән алып бөгөнгө үҫешенә баһа бирә алыусы шаһит.

Рәсәй Президенты Укызана ярашлы, дәүләт киноһы сәнғәтенең сифатын үҫтереү маҡсаты менән, 2016 йыл—Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителгәйне.Кино йылы-2016 тамамланыу уңайынан Фәрит Фәтих улы менән күрешеп, йыл йомғаҡтарын байҡап, һөҙөмтәләр менән танышып әңгәмә ҡорҙом.

Фәрит Ғәбит улы, бер аҙ тарихҡа күҙ һалып китәйек, Башҡортостанда кино ҡасан төшөрөлә башлай?

Башҡортостанда тәүге таҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1910 йылда "Ырымбур", "Алтын приисккыларын эшкәртеү" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда "Ҡымыҙ" исемле фәнни-популяр фильм, 1916 йылда – "Ҡылғанлы дала" фильмы донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың "Кешегә күпме ер кәрәк?" хикәйәһен экранлаштыра.

Граждандар һуғышы осоронан байтаҡ ҡына документаль-хроник фильмдар һаҡланған. Артабан "Өфөлә 1 май", "Һабантуй" (1925), "Ҡыҙыл Башҡортостан" (1929), "Азия сигендә", "Совет әкиәте", "Башҡорт ҡыҙы" (1930), "Данлы юбилей" (1939), "Икенсе Баку" (1940) тигән документаль фильмдар ижад ителә. 1937 йылда "Ленфильм"дан режиссер П. Петров-Бытов Башҡортостанда "Пугачев", фильмының ҡайһы бер күренештәрен төшөрә. С. Юлаев ролен К. Мөхөтдинов башҡара. 1940 йылда режиссер Яков Протазанов төп ролдә Арыҫлан Мөбәрәков уйнаған "Салауат Юлаев" фильмын эшләй. 1959-1960 йылдарҙа Свердловск киностудияһы "Сыңрау торна" фильм-балетын экранлашыра.

Мәғлүм булыуынса 1959 йылда Башҡортостан телевидениеһы барлыҡҡа килә, һеҙҙең ҡарамаҡҡа кино сәнғәтен үҫтереүҙә телевидение ниндәй роль уйнаны?

Телевидениеның кино төркөмө байтаҡ фильмдар ижад итте. Улар араһында "Башҡорт балы" (сценарий авторы А. Филлипов), Заһир Исмәғилевтың кинопортреты булған "Тыуған моңдар" фильмы (режиссеры Ғ. Ҡудашев) иң уңышлы эштәрҙән һанала.

Башҡорт киноһының тәүге режиссерҙары кемдәр улар?

1972 йылда Ғата Имаев сценарийы буйынса, оператор Ильдус Ғәлиуллин һәм режиссер Әмир Абдразаков тәүге тапҡыр “Өмөт” фильмын төшөрә. Әмир Абдразаков - башҡорт киноматографияһына нигеҙ һалыусы тәүге режиссер, тип мин һанайым. 1990 йылдың 25 майында республикала "Башҡортостан" киностудияһы эш башлай. Уның етәксеһе итеп юллап астырыусы һәм ойоштороусы билдәле режиссер Әмир Абдразаҡов билдәләнә. "Ишмулла", "Зәки Вәлиди Туған" (режиссеры Ә. Абдразаҡов), "Аксаков һәм Башҡортостан", "Азатлыҡ ҡапҡаһы" (режиссеры Малик Яҡшымбәтов), "Инештәр", "Ғәскәров" (режиссеры Вил Кәримов), "Мин – Салауат Азатлыҡ" (режиссеры Г. Шеверов), һәм байтаҡ документаль фильмдар төшөрөү менән эшен башлап ебәргән киностудия һуңғы йылдарҙа нәфис фильмдары менән тамашасы күңелен яулай башланы.

Режиссер Әмир Абдразаҡов яҙыусы Яныбай Хамматов романдары буйынса "Бөртөкләп йыйыла алтын" тигән 4 сериялы нәфис фильм ижад итә.

Режиссер Булат Йосоповтың "Быяла юлсы", "Ауыл өҫтөндә йәйғор", "Сөмбөлдөң етенсе йәйе", Мостай Кәрим әҫәре буйынса "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмдары экранға сыҡты.

Заманында үҙен талантлы театр һәм кино актеры итеп танытҡан Айсыуаҡ Йомағолов кино юлын һайлай һәм үҙенең , "Төндә мөмкин" тигән диплом эше менән бер нисә абруйлы халыҡ-ара һәм Рәсәй кинофестивалдәрендә , "Иң яҡшы режиссер", "Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм" тигән исемдәр яуланы.. Танылған Рәсәй актеры Марат Башаров төшкән "Елғыуар" кинофильмы ла тамашасылар күңеленә хуш килде.

Беҙҙең кинотаҫмалар башҡаларҙан ниндәй яҡтары менән айырыла?

Беҙҙең режиссерҙарҙың эштәре бик көслө, һәр фильмда тәбиғилек, ысынбарлыҡ ярылып ята. Башҡорт киематографияһы үҙ ҡарашы, үҙ фекере булған йәш көстәр менән йылдан-йыл тулылана. Бөгөнгө көндә башҡорт киноһы ла яйлап үҫешә, донъя кимәленә сыға, милли колоритлы фильмдар халыҡ-ара фестивалдәрҙә призлы урындар яулай. Башҡорт режиссерҙарының картиналары изге хис-тойғолар, ихласлыҡ менән туҡылған. “Башҡортостан” кино­студияһының фильмдары- халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, тип әйтер инем. Милләтебеҙҙең үҫеш кимәлен күрһәтеп тороусы сәнғәт ул. Ки­нематографияһы киң үҫеш алған халыҡты донъя кимәлендә таныйҙар. Йәш, талантлы кино­режиссерҙарыбыҙ тырышлығы менән туған теле­беҙҙә фильмдар төшөрөлә. Башҡорт кеүек көслө, бай тарихлы халыҡтың кино сәнғәте, бер һүҙһеҙ, йәшәргә хаҡлы. Йәштәр өсөн кинонан да көслөрәк пропаганда юҡ. Улар, китап уҡымаһа ла, кинофильмдарҙы ҡарай, шуларҙан фәһем ала, һығымта яһай, донъяға ҡарашы формалаша. Башҡорт халҡының үҙ мәнфәғәттәрен яҡтыртҡан, уны борсоған мәсьәләләрҙе күтәргән милли киноһын ҡарарға тейеш.

Башҡорт “кинематография мәктәбе” нисек барлыҡҡа килде?

 Мәктәп йылдар дауамында балыҡҡа килә. Башҡорт телендә фильмдар төшөрөлеүе кино тарихында үҙе бер ҙур аҙым һанала. Милли үҙенсәлектәрҙе һәм һыҙаттарҙы, көнкүренешебеҙҙе сағылдырған фильмдар төшөрөлә. Киләсәк тә беҙҙең режиссерҙар иҫ киткес тәбиғәтебеҙҙе, халҡыбыҙҙың данлы шәхестәре тураһында яңы фильмдар төшөрөр әле.

Кино йылы сиктәрендә ниндәй саралар ойошторолдо?

Билдәле булыуынса, ғинуарҙа Өфөлә тантаналы шарттарҙа Кино йылы асылды, уның сиктәрендә төрлө саралар уҙҙы. Шулай уҡ Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылында Республика марафонына старт бирелде. Ағымдағы йылдың 1 мартында эстафетаны тәүгеләрҙән булып Сибай ҡалаһы ҡабул итте, 2 мартта Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә йөрәктәргә үтеп инерлек сара уҙғарылды. Шулай уҡ Ауырғазы, Ғафури, Миәкә, Федоровка –барлығы 20 –ләп район үҙәктәрендә кино марафондарында ҡатнашырға тура килде.

Быйыл да һәр йылдағыса “Көмөш Аҡбуҙат” III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале шаулап-гөрләп уҙып китте...

Башҡортостан ике континент бәйләнгән ерҙә, Европа һәм Азия цивилизациялары киҫешкән ерҙә урынлашыуы юҡҡа түгел. Ысынлап та, Башҡортостан - ил сәйәсәте  һәм мәртәбәле мәҙәни саралар үткәреү  үҙәгенә әүерелгән. Фестивалдә сит ил киноматографистарының күпләп ҡатнашыуы, байрамға сағыу һәм  милли биҙәктәр өҫтәне.

Быйылғы “Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленә Германия, Ҡазаҡстан, Ҡырғыҙстан, Иран, Непал, Мексика, Америка Ҡушма Штаттары, Әрмәнстан, Сирия, Франция, Әзербайджан, Таджикстан, Афғанстан, Швейцария, Тайвань, Бангладеш, Монголия илдәренән 268 эш тәҡдим ителде. Фестиваль Башҡортостан Республика Башлығы грантына уҙғарылды.

Өсөнсө йыл уҙғарылып килгән был фестиваль йылдан –йыл киң офоҡтарға һуҙыла, билдәлелек яулай. Мәғлүм булыуынса, “Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивале  милли һәм этник фильмдарға бағышланған фестиваль. Фестивалдә ҡатнашҡан кинотаҫмаларҙы ҡарап, беҙ һәр милләттең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолалары менән асыҡ танышабыҙ.

Кино - ул милләтте тәрбиәләүсе сәнғәт тармағы. Кино сәнғәте һөнәр кешеһенең гүзәл образын тыуҙырып, рухи йәһәттән файҙалы эш башҡара. Фәрит Фәтих улы Ғәбитов  Рәсәй һәм Башҡортостан киноһының да ныҡлы үҫеш аласағына, кинематография өлкәһенә ныҡлы иғтибар биреләсәгенә ышаныс белдерҙе. Рәсәй киноһы йылы башҡорт киноһына ла үҫеш килтерер. Кино йылы йәмғиәтебеҙҙә юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙең нығыныуына тағы бер аҙым яһаны, тип әйтеп булалыр.

Әңгәмә ҡороусы: Гүзәл Багаева

Фото: Рустам Имамов

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb