"Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек"

"Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек"
Иртәгә Нефтекама дәүләт филармонияһы Өфөләге Башҡорт дәүләт филармонияһында шулай тип аталған концерт менән сығыш яһаясаҡ. Ошо уңайҙан уның художество етәксеһе А.Д. Рәхмәтуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Айбулат Дәүләтбай улы, һеҙҙең филармонияның ижади тормошонда матур йола бар — йыл да баш ҡалабыҙға килеп, сағыу концерт ҡуяһығыҙ. Әйтергә кәрәк: һеҙҙе Өфө тамашасыһы көтөп ала. Уңыш нигеҙе нимәлә? 
— Эйе, филармониябыҙ әле йәш, быйыл ул 16-сы ғына концерт миҙгелен асты, шуға ҡарамаҫтан, был сәнғәт усағы халыҡтың күңелен әсир итеп өлгөрҙө. Филармония асылыу менән һәләтле йәштәр килде, улар дәрте, көсө, таланты менән тәүҙә төбәк халҡы һөйөүенә, тора-бара баш ҡалабыҙ, республикабыҙ, Рәсәй төбәктәре тамашасылары ихтирамын яулауға өлгәште. 
Әлбиттә, һәр уңыштың нигеҙе — тырыш, ныҡышмалы хеҙмәттә һәм өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәрҙә, ҡыйыу рәүештә үҙеңде яңы сәнғәт алымдарында, проекттарҙа һынап ҡарауҙа. Беҙҙә был йәһәттән артистарға бар шарттар булдырылған. Иренмә, эшлә генә. Йырсылар менән тәжрибәле педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Йосопова шөғөлләнә. Әйтергә кәрәк: сәхнә тәжрибәһе, репертуарҙары һай булғандары бар ине. Хатта сәнғәт академияһын, консерватория тамамлағандар араһында ла әллә ни сағыу булмаған, баҙнатһыҙ ғына артистар ҙа осраштырҙы. Беҙҙәге “икенсе мәктәп”кә килеп эләккәс, улар аҡрынлап башын күтәрә, үҙ-үҙенә ышаныстары арта башлай. Хәҙер йырсыларыбыҙ еңел-елпе йырҙарҙан арынып, ҙур теләк менән операларҙан арияларҙы ла уңышлы башҡара. Солистарыбыҙҙың барыһы ла тиерлек бер нисә телдә йырлай. Минеңсә, филармония артистарына ҡуйылған профессиональ талапты бар ижади төркөмдәребеҙ ҙә еренә еткереп үтәй. Артистарҙың сығышы матур, зауыҡлы булһын өсөн улар менән хореограф та шөғөлләнә, сөнки бөгөн тамашасыларҙың талабы ҙур, уларҙың күңелен, һөйөүен еңел генә яулап булмай. Һәр артист менән режиссер ҙа айырым эш алып бара. 
— Репертуар әҙерләгәндә нимәгә күберәк иғтибар итәһегеҙ? 
— Был һорауға бер һөйләм менән ябай ғына яуап биреп булмайҙыр ул. Артист ике ут араһында яна. Тәү сиратта, әлбиттә, тамашасы зауығын уйлайбыҙ, “үтемле” йырҙарҙы һайларға тырышабыҙ. Бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарында, көслө дәғүәселек заманында “батмай” ҡалыу, шул уҡ ваҡытта үҙеңде лайыҡлы раҫлау һәм алға барыу — мөһим мәсьәләләрҙең береһе. 
Беҙҙең изге, оло маҡсатыбыҙ — тамашасыларҙа юғары, нескә зауыҡ тәрбиәләү, уларҙы республика, ил, донъя классиктарының бөйөк әҫәрҙәре менән таныштырыу, алтын мираҫыбыҙ менән рухи яҡтан байытыу, донъяны, йәшәйеште матурлау. Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк: йырсыларҙың, ғөмүмән, артистарҙың профессиональ үҫеше өсөн камил классик әҫәрҙәр һәм күренекле композиторҙарҙың йырҙары, музыкаһы мөһим әһәмиәткә эйә. Минеңсә, ошоларҙан тыш алға китеш юҡтыр. 
Шуға ла йырсыларыбыҙ репертуарына төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙе индерергә тырыша. Уларҙың һәр береһенең ижад ҡумтаһында йөҙәрләп йыр ята. Концерт программаларыбыҙ ҙа уларҙың “багажына” ҡарап төҙөлә. Һәм, әлбиттә, яңы әҫәрҙәрҙе ҡыйыу рәүештә планға индерәбеҙ, өйрәнәбеҙ. Был аҙымдар программаларыбыҙҙы байыта ғына. 
— Өфө тамашасыһы “Түңгәүер” бейеү ансамблен дә көтөп ала... 
— Алла бойорһа, уның көйәрмәндәре лә яратҡан коллективы менән осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалыр, тип ышанғы килә. Ансамбль быйыл тағы ла көсәйә төштө, коллективҡа яңы көстәр ҡайтты. Төркөм Р. Нуриев исемендәге республика хореография училищеһының сығарылыш студенттары менән тулыланды. 
Йәшлек дәрте, көсө, илһамы бөркөп торған был ижади коллективтың сығыштарын ҡарарға беҙҙең ҡалала ла тамашасылар ҙур теләк менән йөрөй. Улар ҡатнашҡан һәр концерт залы халыҡ менән тулы була. 
— Был юлы Өфөләргә ниндәй программа тәҡдим итәсәкһегеҙ? 
— “Ғүмерҙәрҙе һүнмәҫ йыр итәйек” тип аталған концерт программаһы тәрән йөкмәткеле. Уны ҡарағандан һуң, һәр тамашасы үҙенә ниндәйҙер һығымта яһап, оптимистик рухта ҡалыр, тип ышанғы килә. Йыр-моң тулҡындарында осрашырға рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар! 
Автор: Зилә АҘНАБАЕВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb