Театр һәм драматург

Театр һәм драматург
Театрҙа драматургтарҙың яңы пьесалары менән танышыу электән килгән күркәм традиция. Художество етәкселеге, режиссерҙар, тәжрибәле сәхнә оҫталары пьеса авторына әҫәрен камиллаштырыу, артабан ниндәй йүнәлештә эшләү йәһәтенән үҙ теләктәрен һәм тәҡдимдәрен изге ниәттән, авторға ярҙам итеү маҡсатынан сығып еткерә. Бындай аралашыу бигерәк тә башлап яҙыусы авторҙар өсөн әһәмиәтле.
Һуңғы айҙарҙа ғына коллектив алдында “Тамаша” журналының баш мөхәррире, драматург Сөләймән Латыпов “Туй дауам итә” исемле яңы комедияһын уҡыны. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, һөйөү һәм мөхәббәт хаҡындағы әҫәр хаҡында йәнле фекер алышыу булды. С.Латыпов һәм Х.Фәтихованың “Көнләш, Америка, көнләш! ” комедияһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 1999 йылда ҡуйылып, уңыш менән барҙы. Билдәле прозаик Флүр Ғәлимов коллективҡа башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев хаҡындағы «Салауат Юлаев» трагедияһын тәҡдим итте. Унан һуң коллектив Рәлиф Кинйәбаевтың «Хеҙмәтсе һатыла» тигән комедияһы менән танышты. Ә ошо көндәрҙә шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина «Франциско» (ҡыҙ исеме) тигән драмаһын уҡыны.
Дрматургия, пьеса яҙыу - әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры. Милли драматургия артабан үҫешһен өсөн бындай аралашыуҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ошоно күҙ уңында тотоп, был күренеште ижадтың көндәлек талабына һәм айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелдереп, театр етәкселеге авторҙар менән осрашыуҙарҙы даими ойошторорға кәрәк, тигән фекерҙә. Был сара яңы пьесалар, яңы авторҙар тыуыуына һис шикһеҙ булышлыҡ итәсәк.
Сығанаҡ: БАДТ сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb