БАБИЧ РУХЫ... илен һөйгән һәр кешелә йәшәй

БАБИЧ РУХЫ... илен һөйгән һәр кешелә йәшәй
Һуңғы ике йыл эсендә башҡорт кино сәнғәтендә бик үҙенсәлекле милли фильмдар барлыҡҡа килде, тимәк, бөгөн башҡорт киноһы үҙенең үҫеш осорон кисерә, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ. Бөгөнгө геройыбыҙ - кинорежиссер Айнур АСҠАРОВтың исеме лә кино һөйөүселәргә яҡшы таныш. Тап Айнур һымаҡ йәш, әммә үҙ эшен яҡшы белгән режиссерҙарҙың тырышлығы арҡаһында башҡорт киноһы донъя киңлегендә лә танылыу таба. Тап улар башҡа милләттәрҙе башҡорт киноһы феномены тураһында һөйләргә мәжбүр итә. Шуға ла быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүселәр араһында Айнурҙың булыуын барыһы ла тейешле һәм кәрәкле ваҡиға итеп ҡабул иткәндер. Был премияға төрлө кимәлдәге фестивалдәр лауреаты исеменә лайыҡ булып, ярайһы ғына ҙур уңыштар менән килгән режиссер ҡайһы бер фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Еңмеш - ул мин
"Еңмеш" фильмын ҡараған һәр кеше: "Еңмеш - ул һинме?" - тип, мотлаҡ һорай. Ғөмүмән, был миңә иң йыш бирелгән һорауҙыр. "Еңмеш" - ул минең бала сағым тураһындағы кино. Ундағы һәр ваҡиға минең бала сағымдан алынған. Уны тамашасы шул тиклем яҡшы ҡабул итте һәм миңә артабанғы ижадымда "Еңмеш" яулаған кимәлде һаҡларға тура килә, хәҙер был фильмдан насарыраҡ фильм төшөрөргә хаҡым юҡ, тип иҫәпләйем. Эшемә талапсан ҡарайым, бергә эшләгән кешеләргә лә талапсанмын һәм ижадта нисек тә барыһының да мин теләгәнсә, мин уйлағанса булыуына мотлаҡ өлгәшәм. Шуға ла үҙемә лә йышыраҡ "еңмеш", тип өндәшәләр. Талапсанлыҡ режиссер өсөн иң төп һәм кәрәкле сифаттарҙың береһелер, тим. "Еңмеш" уйын фильмы жанрындағы беренсе эшем һәм ул иң ҡыҙыҡлы, иң уңышлы проект булды һымаҡ. Уны "Ливандия Энтертейнмент" компанияһы ике йыл ярым тирәһе төрлө фестивалдәрҙә йөрөтә. Һәр хәлдә, "Еңмеш" фильмы менән мин ярты донъяны урап сыҡтым. Биш континентта ла, хатта Антарктидала булырға тура килде. Бөгөнгө көнгә фильмдың 40-тан ашыу бүләге бар. 
"Еңмеш"тең бындай популяр булыуының төп сәбәбе - уның эскерһеҙ, ихлас булыуындалыр. Фильмды төшөрөүҙә ҡатнашҡан һәр кемдең үҙенең эшенә яратып, ысын күңелдән тотоноуы уны ошо кимәлгә күтәрҙе лә инде. Ихласлыҡ сәнғәттең бар жанрҙарында ла - театрҙа ла, кинола ла, һынлы сәнғәттә лә булырға тейеш. Әгәр ҙә автор ихласлыҡ менән ижад итә икән, тамашасы быны шунда уҡ тоя һәм был үҙен аҡлай. Унан һуң, ҡыҫҡа метражлы кино шиғыр һымаҡ булырға тейеш. Шуға ла бында тамашасыға сәйнәп ҡаптырыу юҡ, ә тамашасыға уйланырға урын ҡалдырыла. Фильм ошоноһо менән дә отошло булды, ахыры. 
Әйткәндәй, "Еңмеш" менән фестивалдәргә күп йөрөгәс, уны ситтә һәм үҙебеҙҙә нисек ҡабул итеүҙәрен сағыштырып ҡарайым да, үҙебеҙҙә битарафлыҡ тоям. Был халҡыбыҙҙың үҙ хисен артыҡ белгертеп бармауы менән дә бәйлелер, бәлки. Эйе, интернетта "Рәхмәт, шәп фильм, бала сағым иҫкә төштө", тип яҙалар ул. Шулай ҙа ситтәр икенсерәк ҡабул итә, улар икенсе, яңы донъя асҡаным өсөн рәхмәтлерәк, тип әйтәйемме. Әйттем инде, "Еңмеш"те төрлө фестивалдәргә саҡыралар, ул Санкт-Петербург хөкүмәтенең йәштәр премияһына лайыҡ булды. Күптән түгел үҙем белем алған Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетының XIII "ПитерКиТ" студент фильмдары фестивале "Еңмеш" фильмы менән асылды. Шулай уҡ был фестивалдә "Бал әсеһе" тигән фильмым ҡатнаша, уның буйынса ла ыңғай комментарийҙар бар. 
"Еңмеш" фильмын эшләүе миңә ҡыҙыҡлыраҡ булды, сөнки ундағы тормош таныш һәм яҡын. "Бал әсеһе" иһә жанры буйынса бөтөнләй икенсе фильм. Ул диплом эше булғанлыҡтан, яуаплылыҡ та ҙур ине. Уны төшөргән саҡта ныҡ икеләндем. Дөрөҫөн әйткәндә, был фильмдың килеп сығыуына үҙемдән башҡа берәү ҙә ышанманы ла шикелле. Хатта бергә эшләгән команданың да, беҙ ниндәй фильм төшөрәбеҙ ул, тип һораған саҡтары булды. Етмәһә, был фильмды төшөргәндә административ мәсьәләләр, ярҙам итегеҙ инде, тип һораныуҙар, үтенеүҙәр үҙәккә үтте. Аллаға шөкөр, фильм төшөрөлдө, уны тамашасы иғтибарына сығарҙыҡ. 3-4 октябрҙә XXIV "Рәсәй" Асыҡ документаль кино фестивалендә ҡатнаштыҡ. Был бик дәрәжәле фестиваль, унда һәләтле һәм тәжрибәле документалистар йыйыла. Тамашасы фильмды бик ыңғай ҡабул итте, фильмды ике тапҡыр күрһәттеләр, икенсе көнөнә уны махсус рәүештә килеп ҡараусылар булды. 
Балалар иң яҡшы актерҙар
Быйыл йәй буйы "Саҡ менән Суҡ" легендаһы буйынса яңы фильм төшөрөргә әҙерләндек. Был тарих миңә бала саҡтан яҡын, уны фильм итеп төшөрөргә хыялым бар ине. Шәүрә Шәкүрова менән сценарий яҙҙыҡ. Был тарих миңә бик оҡшай. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡшыраҡ аңлаһындар өсөн ир-егеттәр өсөн фильм төшөрмәҫкә әле, тип уйланып йөрөнөм берауыҡ. Ябай ғына тарихты мифтар, икенсе йән эйәләренә әйләнеү кеүек элементтар менән биҙәргә тырыштыҡ. Мәҫәлән, балаларҙың ҡулдары урынына ҡанаттар үҫеп сыға һәм бында ябай, осһоҙло графика урынына икенсерәк ысулдар ҡулланғы килгәйне, әммә былар бик ҡиммәткә төшәсәк ине. Техник яҡтан ҡатмарлы булыуы, ҡыҙыҡлы оператор эше фильмдың сығымдарын да арттыра. Бағыусылар таба алманыҡ әлегә, шулай ҙа фильмдың ҡайһы бер өлөштәрен төшөрҙөк. Киләһе йыл тағы эштәрҙе дауам итергә уйлайбыҙ. Бәлки, был фильм өсөн Президент грантына дәғүә итербеҙ, йәиһә башҡа юлы килеп сығыр, беҙ быға ышанабыҙ әле. 
Игеҙәктәрҙе Алсын менән Сыңғыҙ Солтанморатовтар уйнай. Балалар менән эшләүе оҡшай миңә, бер-беребеҙҙе тиң күреп аралашабыҙ, бергәләп илайбыҙ, ҡыуанабыҙ. Бик эмоциональ бер сәхнә төшөрҙөк, унда уларҙың береһе яңылыш ҡына бүре өсөн ҡоролған соҡорға төшөп китә, икенсеһе уны тартып сығарырға тейеш. Был күренештәрҙең барыһы ла ҡысҡырыу, илау менән оҙатылырға тейеш. Актерҙарҙан айырмалы рәүештә, балалар менән уны өсөнсө тапҡырҙан уҡ төшөрә алдыҡ. Балалар бит ихлас, фильм төшөргәндә лә ихласлыҡ буйынса ололар уларға еткерә алмай. 
Башҡорт киноһы үҫешәсәк әле
Тыуған яғым - Хәйбулла районы Маҡан ауылында төрлө милләттәр араһында үҫтем. Санкт-Петербургта белем алдым, әле шунда йәшәйем һәм ҡайҙа йөрөһәм дә, минең башҡорт милләтенән икәнемде барыһы ла белә. Университетта башҡорттарҙы былай ҙа беләләр, сөнки унда уҡыусылар күп. Шөкөр, миңә барыһы ла еңел бирелә, университеттағы уҡытыусылар менән дә уртаҡ телде тиҙ табам. Уларҙың миңә яҡшы мөнәсәбәтен дә аңлата алам. Петербург, Мәскәү кешеләре барыһы менән дә шунда уҡ тиң күреп һөйләшергә тырыша, хатта 70 йәшлек олпат профессорға ла "һин", тип өндәшеү ғәҙәти хәл. 
Бар фильмдарым да башҡортса төшөрөлә, бар ерҙә лә уларҙы башҡортса күрһәтәм - был минең өсөн принципиаль мәсьәлә. Тамырҙарың ҡайҙан икәне күренергә тейеш. Күптәр, башҡортса төшөрәһең, тимәк, республикаңда бағыусыларың күптер инде, тиҙәр. Бағыусылар миңә ниндәй телдә фильм төшөрөргә кәрәклеге тураһында талап ҡуя алмай, сөнки был минең инаныуым. Башҡорт милли киноһы булһын һәм уны ситтә таныһындар өсөн шулай эшләйем, һәм был миңә ҙур ләззәт килтерә. Милли кино тураһында һөйләгәндә, беҙ үҙебеҙҙе айырым дәүләттәр менән сағыштырып ҡарайбыҙ - бар бәләбеҙ ошонда. Беҙ айырым дәүләт түгел һәм беҙҙә милли фильмдарҙы төшөрөү һәр ваҡыт ауырыраҡ буласаҡ. Рәсәйҙең иң ҙур ете кино етештереүсе компанияһынан һуң милли кино үҫешенә бер нәмә лә ҡалмай. Республикала 100 миллионлыҡ грант булдырыу - бына, исмаһам, яҡшы күренеш. Тик бер ҡыҙыҡ нәмә бар: беҙҙә был грантты барлыҡ дәғүәселәр араһында, бер жанрҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышып тигеҙ бүләләр. Әгәр ҙә ун яҡшы кино проекты бар икән, ни өсөн грантты уларҙың барыһына ла бирмәҫкә? Быйыл киноға - бер грант, театрға - бер грант, тип түгел, ә лайыҡлы һәм әһәмиәтле проекттар өсөн бирелһә, үҫеш буласаҡ. 
Беҙгә кино төшөрөргә мөмкинлектәр, иғтибар юҡ, тип әйтергә яратһаҡ та, һуңғы ике йылда был өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Роман Пожидаев, Таңсулпан Бураҡаева, Вилүрә Иҫәндәүләтова яңы фильмдар төшөрә, фестивалдәрҙә ҡатнаша, Булат Йосоповтың киномәктәбе эшләй. Профессионалдарҙан тыш, милли сәнғәт үҫешенә ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тырышҡан башҡа егеттәр бар. Яйлап, аҙымлап булһа ла, алға барабыҙ, тиҙҙән ҙурыраҡ әйбергә тотоноусылар ҙа буласаҡ әле. 
Бабич рухы - йөрәгемдә
Телен, тыуған ерен һөйгән һәр башҡорт кешеһендәге кеүек, миндә лә Бабич рухы, Бабич ялҡыны йәшәй, әлбиттә. Бәлки, беҙгә 24 йәшлек ҡыҫҡа ғүмере эсендә халҡының хәтерендә мәңгегә ҡалырлыҡ эштәр башҡарыусы был шәхес кимәленә күтәрелеү мөмкин дә түгелдер, был төп маҡсатыбыҙ ҙа түгел. Атайыңдың ғына түгел, халҡыңдың да улы булһаң, халҡың һине ниндәйҙер эштәрең буйынса таный һәм ихтирам итә икән, был да ҙур баһа, оло юлдың изге башланғысы. Ҡайһы берҙә үҙемде ҙур уңыштарға өлгәшкән билдәле кешеләр менән сағыштырып ҡарайым. Мәҫәлән, Сергей Эйзенштейн үҙенең данлы "Броненосец "Потемкин" фильмын 25 йәшендә төшөргән һәм бөтөн донъяға билдәлелек яулаған. Миңә инде 26 йәш, ваҡыт үтеп бара, мин ниндәй режиссер, тип тә уйланаһың. Икенсе яҡтан, фестивалдәрҙә минең кеүек йәштәрҙең аҙ булыуын, 35-50 йәшлек кешеләрҙең саҡ кино төшөрөү эшенә тотонғанын күрһәң, барыһы ла алда, тип уйлайһың. Әгәр уларҙың күҙҙәрендә осҡондар бар һәм улар әле иң ҙур баһаға лайыҡ буласағына ышанып йәшәй икән, миңә бошонорға урын да юҡ кеүек. Һәр ваҡыт юғары маҡсаттар менән, ҡыҙыҡлы идеяларҙы тормошҡа ашырып йәшәргә мөмкинлек булһа, ижадсы өсөн бәхет ошо инде. 
Сағыштырыу теләге уянған һайын, үҙемде биш йыл элек үткән мәлгә кире ҡайтарып ҡарайым. Әле биш йыл элек кенә яратҡан эшем булһын, тип уйлай инем һәм, ғөмүмән, ул ваҡытта мин нимә эшләргә, артабан нисек йәшәргә икәнен дә белмәй инем. Шунан бөгөнгө тормошоңдо күҙ алдына килтерәһең һәм һиңә еңел булып китә: бына бит, нимәгәлер өлгәшелгән, нимәлер эшләнгән. Ҡайҙалыр китеп барғандамы, эштә бәләкәй генә тәнәфес булғандамы, мин ҡалай бәхетле кеше, мине аңлаған тормош иптәшем, яратҡан ҡыҙым, күңелемә оҡшаған эшем, барыһы ла яҡшы, тип уйлап алам. Ошо бәхетте тоя белеү сифаты мине бер ҡасан да ташламаһа икән. Йыш ҡына йүгерәбеҙ, нимәлер эшләйбеҙ, өлөш талап итәбеҙ һәм йәшәргә онотабыҙ. Шуға ла, "Кешеләр, туҡтағыҙ, күккә ҡарағыҙ, үҙегеҙҙең бәхетле икәнегеҙҙе тойоғоҙ!" тип әйткем килә. Ябай бәхет бар бит ул, бының шулай икәненә төшөнөү өсөн тынысланып, сабып барған ерегеҙҙән туҡтап, уйланып алыу ҙа етә.
ӘЙТКӘНДӘй...
Материал баҫмаға әҙерләнгәндә Айнур Асҡаровтың "Бал әсеһе" фильмы Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетының XIII "ПитерКиТ" студент фильмдары фестиваленең Гран-приһын яулауы тураһында яҡшы хәбәр алдыҡ. "Үҙ илендә әүлиә булмай", тип әйтергә яратһаҡ та, бөтөнләй шарттар булмағанда ла милли кинематографияны һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, улай ғына ла түгел, кино донъяһында яңы, үҙенсәлекле милли кинематография имиджы булдырыу өсөн тырышыусыларҙы беҙ ҙә күтәрә һәм баһалай белһәк ине. Сөнки нисек кенә булмаһын, милли фильмдарҙың йәштәрҙә милли рух тойғоһон тәрбиәләүҙә лә роле ҙур бит. 
Автор: Ләйсән НАФИҠОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb