Бер ғүмергә нисек һыйған шул сама моң һәм һағыш?..

Бер ғүмергә нисек һыйған шул сама моң һәм һағыш?..
Ижад кешеһе ерҙәге ғүмерен тамамлағандан һуң уның икенсе тормошо башлана. Был ғүмерҙең сиге юҡ. Ул — мәңгелек.
Күренекле композитор, талантлы шәхес Салауат Низаметдиновтың арабыҙҙан китеүенә 40 көн тула. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, исеме халыҡ хәтерендә, музыка донъяһында мәңге йәшәйәсәк. Уның башҡарған эштәре — һигеҙ опера, вокаль симфония, беҙҙең сәнғәттә яңылыҡ булған рок-опера, хорҙар, романстар, ике йөҙҙән ашыу йыр, ике йыр йыйынтығы, үҙенең тормошо һәм ижады хаҡындағы ҡулъяҙмаһы — бер кеше ғүмерендә башҡарылаһы дәүмәлдәге эштәр икәнлегенә ышанырлыҡ та түгел. Ә бит былар барыһы ла – тыумыштан яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм кеше иңенә төшкән йөктәр.
Хоҙай бер нәмәне алһа, икенсеһен бирә, ти. Салауат Низаметдинов, төҫтәр донъяһын күңеленә һеңдерә алмаһа ла, хистәр донъяһын, моң биҙәктәрен хатта кәрәгенән артыҡ йөрәгенә туплап, һағыштарға, шатлыҡтарға төрөп, кире халыҡҡа ҡайтарҙы.
Ашығып йәшәне ул. Ижад итеү менән бергә йәш йырсыларға ярҙам итте. Ҡасандыр үҙе уҡыған, насар күреүсе һәм һуҡыр балалар белем алған 28-се махсус интернат-мәктәптә музыка дәрестәренән уҡытты. Йыл һайын концерттарын ойошторҙо.
Тормошо һәм ижады хаҡында урыҫ телендә "Исповедь" исемле китабын яҙҙы. Нисек өлгөргәндер — Хоҙай үҙе генә белә. Һау-сәләмәт кешеләр ҙә атҡарып сығырлыҡ ғәмәлдәр ҙә түгел һымаҡ, бер ҡараһаң. Финляндияла йәшәгән йырсы яҡташыбыҙ Айһылыу Солтанова–Алиса Манненондың Салауатты Чайковский менән бер тиңгә ҡуйыуы ла юҡҡа түгел. Тотош репертуары Салауат Низаметдиновтың йырҙарынан торған талантлы йырсыбыҙ Әлфиә Юлсуринаның: "Яҡын киләсәктә, егерме-утыҙ йыл тирәһендә, беҙҙә ундай композитор булмаясаҡ", — тип әйтеүендә хаҡлыҡ бар. 
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа ғәжәйеп моң эйәһе Салауат Низаметдиновтың хәтер кисәләре уҙа. 5 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Өфөләге һуҡырҙар китапханаһында, 6 сентябрҙә кис Башҡорт дәүләт академия драма театрында опера һәм балет театры коллективы ойошторған тамашала композитор хаҡында уның ижадташ дуҫтары иҫтәлектәр менән сығыш яһаясаҡ, йырҙарын башҡарасаҡ, операларынан өҙөктәр күрһәтеләсәк. Радио һәм телевидение аша тапшырыуҙар, йырҙар яңғыраясаҡ. Әлбиттә, был сараларҙа Салауат Низаметдиновтың исемен мәңгеләштереү буйынса ла тәҡдимдәр әйтелмәй ҡалмаҫ.
Хәсрәтле мәшәҡәттәр менән йәшәгән был көндәрҙә ни тиклем генә ауыр булмаһын, Салауаттың ҡатыны Резеда Хәлидар ҡыҙы уның китабын сығарыу буйынса эш башлаған. "Салауат ошо китабының тиҙерәк донъя күреүен шул тиклем ныҡ теләгәйне, шуға уның иҫтәлеге рухын уҡыусылар иғтибарына йәһәтерәк еткереүҙе иң беренсе бурысым итеп ҡуйҙым", — ти. Насип булһа, яҡташтарының ярҙамы менән, бәлки, көҙгә ҡулға ла алырбыҙ, иншалла.
Салауат менән дүрт тиҫтә йылға яҡын ижади дуҫлыҡта булғанлыҡтан, әйтәһе, яҙаһы һүҙҙәр бик күп, әлбиттә. Мин улар хаҡында, шөкөр, үҙе иҫән саҡта ла әйтеп өлгөрҙөм. Күңелдә йөрөгән иҫтәлектәр ҙә бихисап. Шулар тураһында ла бер мәл яҙылыр. Тик әлегә мин Салауат хаҡында үткән заманда һөйләргә әҙер түгелмен. Ул бик күп шәхестәр менән аралашты, уларҙың да композитор хаҡында әйтер һүҙҙәре байтаҡтыр. Яҡын арала шуларҙы туплап, иҫтәлектәр китабын әҙерләп сығарғанда, моң һөйөүселәрҙең Салауатҡа рәхмәте булыр ине.
Кешенең ҡәҙерен, баһа-һын ул мәңгелеккә киткәс кенә бөтә тәрәнлегендә аңлайһың икән. Минең өсөн дә Салауат ижадташ, моң-даш ҡына түгел, ә рухташ һәм күңелдәш тә дуҫ булған икән. Уны юғалтҡандан һуң яҙылған бер шәлкем шиғырҙарым рухына барып ашһын.
Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb