Бөгөн РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Фәүзи Саттаровтың тыуыуына 90 йыл. ХХ быуаттың илебеҙ алдына ауыр, ҡатмарлы бурыстар ҡуйған болғанышлы утыҙынсы йылдары... Әммә шул көсөргәнешле осорҙа ла республикабыҙ хөкүмәте профессиональ милли сәнғәтте булдырыу хәстәрлеген күрә. Башҡортостандың ауыл-ҡалалары буйлап йөрөп, Фәйзи Ғәскәров Ленинград хореография училищеһына уҡырға ебәреү өсөн талантлы ҡыҙ һәм малайҙарҙы һайлай. Меңдәр араһынан бәхет 14 балаға йылмая. Тап шулар – 11 йәштәре тулыр-тулмаҫ балалар – Башҡортостандан айырылып, 1934 йылдың көҙөндә алыҫ Нева ярҙарындағы ҡалаға уҡырға китә. Улар араһында Фәүзи Саттаровта була. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, балетмейстр, педагог Фәүзи Миңлемулла улы күркәм ҡиәфәте, һөйкөмлөлөгө, илһамланып бейеүе, классик образдарҙы үҙенсә башҡарыуы менән сәнғәт донъяһында тиҙ танылыу таба. Йомағол (Л.Степанов, “Сыңрау торна”), Салауат (Х.Әхмәтов, Н.Сабитов, “Тау бөркөтө”), Ромео (С.Прокофьев, “Ромео менән Джульетта”) партияларын айырыусы һоҡланғыс башҡара ул.