ХАЛҠЫБЫҘ МӘНФӘҒӘТЕ... беҙҙең өсөн төп урында

ХАЛҠЫБЫҘ МӘНФӘҒӘТЕ... беҙҙең өсөн төп урында
Яңы йыл байрамы алдынан БР Хөкүмәте йортонда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарын ҡотланылар. Улар араһында скрипкасы, БР Милли симфоник оркестры дирижеры, үткән йыл Өфөлә асыҡ һауала ойошторолған "Born in Bashkortostan" ("Башҡортостанда тыуғандар") проекты авторы Рөстәм Сөләймәнов менән һәләтле йәш режиссер Айнур Асҡаров та бар. Йәштәр араһында иң абруйлы премияға лайыҡ булыусылар ниндәй тойғолар кисерә? Киләһе йыл Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылына ниндәй өмөттәр бағлай? Ғөмүмән, мәҙәни кеше ниндәй була? Шатлыҡтарын уртаҡлашып, лауреаттарға ошо һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
Рөстәм СӨЛӘЙМӘНОВ: Республикала мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе йәштәрҙе баһалай торған берҙән-бер Бабич премияһы минең өсөн оло баһа. Ғөмүмән, ижад, хис-тойғо кешеһе өсөн бигерәк кәрәк, сөнки халҡым минең эшемдән ҡәнәғәтме, республикама башҡарған эшем кәрәкме, юҡмы, тигән уйҙар алдыбыҙҙа һәр ваҡыт тора. Ситтәрҙең биргән баһаһы менән тыуған республикам биргән баһа араһында ҙур айырма тоям. Күп йылдар унан ситтә эшләп, кире Өфөгә, яратҡан Башҡортостаныма ҡайттым. Ситкә китмәһәм, республикама, халыҡ йырҙарына, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә булған һөйөүөмде аңламаған да булыр инем. Бында үҙемә һәр көн һайын башҡорт көйҙәрендә, моңдарында, симфоник музыкаһында яңы асыштар асам. 
Шәхсән үҙем, БР Милли симфоник оркестры өсөн үткән йыл уңышлы булды. Мәҙәниәт йылы шулай уҡ күңелле мәшәҡәттәргә бай булмаҡсы. Оркестр "Нефтсе" мәҙәниәт һарайына күсәсәк, был залды беҙ оҙаҡ көттөк, беҙ был залға лайыҡлыбыҙ, тип әйтергә кәрәк. Асыҡ һауала ике сара ойоштормаҡсыбыҙ. Беренсеһе - июнь башында буласаҡ, "Башҡортостанда тыуғандар" проектын Йәштәр симфоник оркестры дауам итәсәк. Икенсеһен - сентябрь айында БР Милли симфоник оркестры үткәрә. Әлеге мәлдә уның өсөн махсус рәүештә "Урал батыр" эпосы буйынса балет яҙабыҙ. Ике акттан торған ҙур спектакль буласаҡ ул. 
Мәҙәни кешегә килгәндә инде, ул мотлаҡ рәүештә рухи-әхлаҡи яҡтан үҫешкән шәхес булырға тейеш. Үҙ мәнфәғәтең халыҡ мәнфәғәте менән бергә үрелеп барғанда ғына быға өлгәшергә булалыр. Быларҙың барыһын да аңлау, донъяла дөрөҫ йәшәү, дөрөҫ маҡсаттар ҡуя белеү өсөн рух көсө, шулай уҡ юлыбыҙҙа осраған хаталарҙы, яңылышыуҙарҙы лайыҡлы үтә белеү өсөн аҡыл, зиһен көсө лә кәрәк. 
Айнур АСҠАРОВ: Был шатлыҡлы ваҡиға яңы фильм өҫтөндә барған ҡыҙыу эш мәленә тура килде һәм шуға әле уға яҡшылап ҡыуанып та өлгөрмәнем, тиһәм дә була, әммә шул уҡ ваҡытта ижадымды тыуған республикамда тейешенсә баһалағандары өсөн ихлас күңелдән ҡәнәғәтмен. "Еңмеш" фильмы сит ҡитғаларҙа, сит дәүләттәрҙә күп һанлы бүләктәргә лайыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ул минең өсөн Башҡортостанда алған тәүге һәм иң юғары премия, тимәк, мин дөрөҫ юлдан барам. Ижадсы ҡайһы саҡта күҙе асылмаған бесәй балаһы кеүек бит ул, нимәлер эшләйһең, шулай ҙа ул эшеңдең кәрәклегенә шикләнә биреп тә ҡуяһың. Ә бындай премиялар үҙеңә ышаныс көсөн арттыра. 
Ғөмүмән, үткән йыл мәҙәниәт өлкәһендә яҡшы яңылыҡтар, яҡшы премьералар күп булды, Президент гранты барлыҡҡа килде. Үҙем эшләгән өлкәне генә алып ҡараһаҡ, әллә күпме фильмдар донъя күрҙе, БСТ-ла ғына тулы метражлы ике фильм төшөрөлә. "Мәҙәниәт йылы" тип махсус нарыҡланғас, быйылғы йыл шулай уҡ сағыу тамашалар, саралар йылы булыр, тип өмөтләнәм. Был тулҡында үҙемдең булыуымды ла, тамашасыларымды яңы әйберҙәр менән һөйөндөрә алыуымды теләйем. Өфөлә әлеге мәлдәге башҡорт донъяһында барған мәҙәни күтәрелеш үткән быуаттың 90-сы йылдары башын хәтерләтеп тә ҡуя. Ул ваҡытта шулай уҡ яңы йүнәлештәр, яңы төркөмдәр, әйтәйек, рок төркөмдәр барлыҡҡа килгәйне. Ҡайһы саҡта шул заманда төшөрөлгән клиптарҙы ҡарайым да, уларҙың идея, сәнғәт өсөн янып эшләүенә һоҡланып ҡуям. Бөгөн дә мин башҡорт мәҙәниәтендә һәм сәнғәтендә яңы һулыш, яңы тулҡын барлыҡҡа килеүен күрәм, йылдан-йыл һәләтле ижади йәштәр күбәйә. 
Мәҙәни булыуға килгәндә, ниндәйҙер этикетты белеү, үҙен, башҡаларҙы ихтирам итеү генә түгел, халҡыңа изге эштәр эшләү ҙә инә был төшөнсәгә. Тимәк, мәҙәниәтте, сәнғәтте тәрән мәғәнәлә аңлаған, уның үҫеше өсөн үҙ өлөшөн индерергә ынтыусы кешеләр бик күп. 
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb