ИЖАД ҠОМАРЫҢ БУЛМАҺА... Сәнғәт кешеләренең Президент менән осрашыуынан

ИЖАД ҠОМАРЫҢ БУЛМАҺА... Сәнғәт кешеләренең Президент менән осрашыуынан
2014 йылды Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тип атап, етәкселәр быйылғы йылда үткәреләсәк барлыҡ сараларҙың мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлауға арналасағы тураһында белдергәйне инде. Әммә БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың республика сәнғәт эшмәкәрҙәре менән үткәргән эшлекле осрашыуынан һуң, сәнғәтебеҙ өлкәһендә финанс проблемаларынан тыш, хәл ителеүҙе талап иткән башҡа етди мәсьәләләр юҡ кимәлендә, ахыры, тигән фекер ҡалды.
Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын үткәреүҙең концепцияһы темаһына арналған Федерация Советындағы һөйләшеүҙә РФ Мәҙәниәт министры Владимир Мединский, йылдың төп бурысы - төбәктәрҙә мәҙәниәтте "уятыу", тип белдерһә лә, республикала мәҙәниәт торошо насарҙарҙан түгел. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл да мәҙәниәт өлкәһендә гранттар сәйәсәтен, торлаҡ һәм башҡа мәҙәни объекттар төҙөү, мәҙәниәт һарайҙарын ремонтлау эшен финанслау дауам итәсәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусы сәнғәт әһелдәренең Президентҡа мөрәжәғәте лә башлыса гонорар, торлаҡ, автобустар һорауға ҡайтып ҡалды, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Йәмғиәттә яңы идеяларҙы формалаштырыусылар булараҡ, милли интеллигенцияның юғарыраҡ фекер йөрөтөп, милли мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә булған проблемаларҙы яҡтыртыуы урынлы булыр ине һымаҡ та бит. Ләкин... Ижад ҡомарың булмаһа, был бушлыҡты матди етешлек менән генә тултырып буламы икән? Мәҫәлән, Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһенең әле булғанынан да уңайлыраҡ автобусҡа ултырып йөрөргә теләүе, ошо теләген республика башлығына еткереүе барыбер ҙә ҡолаҡҡа ятышлы булманы, сөнки был ансамблдә башҡа проблемалар ҙа барлығы, торлаҡ, йүнле эш хаҡы булмағанлыҡтан, йәш бейеүселәрҙең башҡа ансамблдәргә, хатта сит республикаларға сығып китеүе тураһында ишетә йөрөйбөҙ бит. Һәм тағы. Үткән быуаттың 40-сы йылдарында Рудольф Нуриев "Сыңрау торна" балетында Зәйтүнә Насретдинованың бейеүенә ғашиҡ булып, профессиональ сәнғәт юлын һайлаған. Ләкин ҡайҙа бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт спектаклдәре? Ни өсөн театрҙарыбыҙҙағы башҡорт режиссерҙары, режиссер-ҡуйыусылары эшһеҙ, ә яңы спектакль ҡуйҙырыу өсөн "ете диңгеҙ" аръяғынан режиссерҙар "яҙҙыртып" алабыҙ? Ни өсөн республика райондары-ҡалалары буйлап күрше республиканың сәнғәт әһелдәре генә концерт ҡуйып йөрөй? Ә үҙебеҙҙең йырсы-бейеүсе-музыканттар ни менән шөғөлләнә? Ошо хаҡтағы, шулай уҡ ҡайһы бер башҡа мәсьәләләр тураһындағы фекерҙәрҙең дә республика Президенты иғтибары үҙәгенә эләгеүе өсөн бик ҡулайлы мәл ине был осрашыу.
Билдәле, ысын сәнғәт бөгөн халҡының мәҙәниәтен күтәреүҙе ғүмеренең төп тәғәйенләнеше, ә халҡына, иленә хеҙмәт итеүҙе - йәшәү рәүеше итеп алған энтузиаст кешеләр иҫәбенә генә үҫешә. Сәсәниә, БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыһы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина, мәҫәлән, халыҡ ижадына - эпос, ҡобайырҙарға дәүләт етәкселеге иғтибарын йүнәлтеп, республикала Президент ҡарары менән "Башҡортостандың халыҡ сәсәне" исеме тергеҙелһен ине, тигән теләк белдерҙе. Башҡорт халҡының күп кенә эпостары, ҡобайырҙары бөгөнгө көнгә Мөхәмәтша Буранғоловтың яҙып алыуы арҡаһында килеп еткән. Уға 1944 йылда "БАССР-ҙың халыҡ сәсәне" тигән исем бирелә, тик ул репрессияға эләккәс, был абруйлы исем юҡҡа сығарыла. Сәсәниә иҫәпләүенсә, әлеге мәлдә төрки телле күп кенә халыҡтарҙа сәсәнлек сәнғәте сәскә ата, ә беҙҙә был эшмәкәрлек менән һанаулы ғына кешеләр шөғөлләнә. Был исем тергеҙелһә, сәсәнлек мәктәбен үҫтереү, йәштәргә халыҡ ижадын өйрәтеү эше яйға һалыныр ине. 
Милли кинематография өлкәһенә хеҙмәт итеүселәр ҙә үҙ энтузиазмы менән был өлкәне юҡҡа сығыуҙан һаҡлап килә, тип әйтергә була. "Башҡортостан" киностудияһы етәксеһе Азамат Хужахмәтов менән кинорежиссер Булат Йосопов быйыл "Аҡбуҙат" милли-этник кино фестивале үткәреү өсөн әҙерләнгән проекттарын Президент грантына тәҡдим итәсәктәрен белдереп, 2010-2013 йылдарға тәғәйенләнгән "Башҡортостан Республикаһында кинематографияны һаҡлау һәм үҫтереү" республика маҡсатлы программаһын оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. 
Шулай итеп...
Мәҙәниәт йылы айҡанлы тағы бер теләк: был йыл баш ҡала кимәлендә генә үтмәһен ине. Бөгөн Өфөлә урынлашҡан төп театр, филармонияларға ҡарағанда, баш ҡаланан ситтә урынлашҡан мәҙәниәт усаҡтары дәүләт ярҙамына күберәк мохтаж. Ауыл клубтары, китапханалары торошо тураһында әйтеп торорға ла түгел, ҡасандыр дәүләт театры исемен йөрөткән һәм оптималләштереү тулҡыны ҡағылғандан һуң Стәрлетамаҡ филармонияһы менән ҡушылып, театр-концерт берекмәһенә әүерелгән театр коллективының бөгөн репетициялар үткәрер залы ла юҡ. Ғөмүмән, мәҙәниәт өлкәһендә фекер алышыр, бәхәс ҡорор мәсьәләләр байтаҡ йыйылған. "Киске Өфө" гәзите бындай фекер алышыуҙарға "йәшел урам" аса, рәхим итегеҙ! 
Автор: Ләйсән НАФИҠОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb