Йөрәгендә уның – ил ғәме

Йөрәгендә уның – ил ғәме
(Лариса Абдуллина, “Милләтебеҙ лайыҡлыларҙы күтәрә белә”, №178, 2013 йыл,10 сентябрь) Гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөп үтәм: танылған шағирә Тамара Ғәниеваға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән исемде юллау тураһында һүҙ бара ине ул мәҡәләлә. Тынғыһыҙлығы һәм әүҙемлеге менән күптәребеҙгә өлгө булған Лариса Абдуллинаның был тәҡдиме, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ. Ни өсөн? Минең уйымса, “халыҡ шағиры” исемен йөрөткән шәхестең иҫ киткес һәләтле ижадсы, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы мөһим. Ә Тамара апайҙың ижад емештәре кемде генә битараф ҡалдыра икән? Уның шиғырҙары яһалмаған, ә күңелдә тыуған. Икенсе төрлө әйткәндә, йөрәктән сыҡҡан, ә йөрәктән сыҡҡан һүҙ һәр ваҡыт йөрәккә барып етә. Әгәр ҙә инде был һүҙҙәр телдең бәҫен белгән, юғары шиғриәттең бөтә нескәлектәрен дә яҡшы тойоп эш иткән маһир ҡәләм оҫтаһы тарафынан һырлап яҙыла икән, уларҙың арбау көсө тағы ла ҡеүәтлерәк яңғырай.
Тамара апай Хоҙай тарафынан бирелгән ошо ғәжәйеп һәләтен һис кенә лә исраф итмәй, тиҫтәнән ашыу китап баҫтырып сығарыуға өлгәште. Халыҡта “ҡара тырыш” тиҙәр ундай кешеләр тураһында. Ниндәй генә жанрға тотонмаһын – шиғриәтме ул, прозамы, публицистика йә иһә драматургиямы – ҡойоп ҡуя! Сөнки иҫ киткес талапсан ул. Үҙенә лә, башҡаларға ла.
Беҙҙең йәшерәк быуын алдына ла бик юғары талаптар ҡуйҙы апайыбыҙ. Еңел-елпе шиғырҙарың менән берәй баҫмала күренеп ҡара, хәҙер утлы табаға баҫтырасаҡ. Ярамһаҡланыу – уға ят әйбер. Гел тураһын әйтә. Иҫләйһегеҙҙер, уның усағына һыйынып ижад иткән Рәмил Ҡол-Дәүләт, Рәйес Түләк кеүек шағирҙарыбыҙҙың ижады ни тиклем юғары ине!
Ижадыбыҙҙы ғына түгел, үҙебеҙҙе лә ҡурсалап ҡына тора ул. Үҙебеҙ лайыҡлы рәүештә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә белмәһәк тә, ул һаман да өлкән апайҙарға хас сабырлыҡ менән ярҙам ҡулы һуҙыуын дауам итә.
Сабырлығы ысынлап күптәргә өлгө булырлыҡ. Бер генә миҫал: апайыбыҙҙы ауыр сир түшәккә йыҡҡас, уның тән һыҙлауҙарын тойоп, көсһөҙлөгөбөҙҙән йәнебеҙ иланы. Ә ул бер кемгә лә бәлә һалманы. Абруйлы дауаханалар ҙа, юғары квалификациялы табиптар ҙа таптырманы, ҡыйбатлы дарыуҙары өсөн аҡса ла юллап йөрөмәне. Барыһын да үҙе йырып сыҡты. Уның рух ныҡлығына сыҙамай, аяуһыҙ сир ҙә артҡа сигенде.
Мин Тамара Ғәниеваның күп сифаттарына ғашиҡмын: шундай төплө, тәрән фекерле ул. Ниндәй генә аудиторияла сығыш яһағанын тыңларға тура килмәне: һеңдерә әйтә белә. Уның киң эрудицияһын, ике дәүләт телендә лә еңел аралашҡанын иҫәпкә алып, Рәсәй яҙыусылары даирәһендәге оло йыйылыштарҙа иң яуаплы сығыштарҙы ышанып тапшырғандарын күргәнем бар.
Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы бер нәмәгә лә битараф түгел. Әйләнә-тирәләге етешһеҙлектәргә күҙ йомоп йәшәй алмай:
Алыштарға ташланырлыҡ ҡеүәт
Бар ул миндә.
Эстә, төптәрәк.
Үҙем былай ығыш. Оран көтәм:
– Хәлдәр мөшкөл, ҡотҡар, һин кәрәк!
(“Оран көтәм”).
Үҙе шулай тиһә лә, ығыш түгел: һәр һүҙе ваҡытында әйтелә, сәпкә тейә. Сәпкә тейә, сөнки күңелендә “ил, тел, ер ғәмен бәпләп йөрөтә”, ошо өс изге төшөнсә алдында үҙен ифрат яуаплы тоя:
Уй-хистәрем талды.
Эскеселәр
Хакимдары булған был илдең
Аҡылдары зәғиф ирҙәренең
Мәкеренән нисә еңелдем.
……………………………………
Эскеселәр көрәгәсе ҡорҙа,
Майҙандарҙа телмәр тотоусы.
Боронғоға баҡтым – хайран ҡалдым,
Бөгөнгөгә ҡайттым – ҡот осто.
(“Эскеселәр”).
Йәнә ғәжәйеп йомарт кеше ул Тамара апай. Затлыраҡ ризыҡтарын да кешеләр менән бүлешеп ашай торған матур бер ғәҙәте бар. Яңыраҡ Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы менән бүләкләнгәс тә шулай итте. Аҡсаһының яртыһын тыуған ауылындағы мәктәп баҡсаһына алмағас үҫентеләре алып ултыртыу өсөн бирҙе.
Ғорур икәнен дә беләм. Бер ҡасан да миңә премия, маҡтаулы исем бирегеҙ, тип һоранып йөрөмәйәсәк. Хаҡлы рәүештә юғары исемдәргә тәҡдим ителеп, хаҡһыҙ рәүештә инҡар ителгәндә лә берәүгә лә кенә ҡыуып, асыу һаҡлап йөрөмәне, шаярыуға бора белде:
Тиҙҙән миңә шундай көндәр килә:
Ҡулда – таяҡ.
Үҙем ямаҡ.
Йыуан.
Сабый холоҡло. Һүҙ күтәреү ҡыйын,
Түрҙә ултырыуға ҡыуанам. Оҙаҡламай дан-шөһрәткә сумам,
Байрамдарға аласаҡтар килеп.
Орден алам.
Талант өсөн түгел –
“За выслугу лет”.
(“Шаярыу ҡатыш”). Ә шулай ҙа күренекле шағирәбеҙҙе, ил инәһен, республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған ҡатын-ҡыҙҙы ваҡытында баһалағы килә. Ил-йортобоҙҙоң бәҫен күтәргән, халҡыбыҙҙың рухын нығытҡан шәхес бит ул!
Автор: Зөлфиә ХАННАНОВА, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb