Кешеләргә аманатың - һинең сикһеҙ моңдарыңда...

Кешеләргә аманатың - һинең сикһеҙ моңдарыңда...
Белорет районы республикала майҙаны буйынса иң ҙуры, иң ҙур йылғаларҙың башы ла ошо ерҙән башлана һәм иң бейек тауҙар ҙа бында булыуы менән билдәле булһа, иң бөйөк шәхестәр ҙә – композиторҙар, бейеүселәр, йырсылар, яҙыусылар, рәссамдар тап ошо Иҙел башы еренән сығыуы үҙе бер мөғжизәгә тиң. Шуларҙың береһе – бөтә ғүмерен башҡорт эстрада сәнғәтенә бағышлаған, сит илдәргә сығып, бөтә Рәсәйҙе арҡыры-буй гиҙеп, төрлө милләт халыҡтарының да күңеленә ғәжәйеп моңо менән юл тапҡан мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ, атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ғәли Хәмзин. Ул сәнғәтебеҙ күгендә иң сағыу йондоҙ булып атылды ла, халыҡ күңелен серле моңо менән сорнаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талантлы йырсыбыҙ бер көн килеп көтмәгәндә һүнде, ә моңо йөрәктәрҙә мәңгегә яҡты нур булып тороп ҡалды... Бөгөн Ғәли Хәмзиндың исемен мәңгеләштереү ниәтендә районыбыҙ ҙур эштәр башҡарыу өҫтөндә. Үткән йомала йырсының тыуған төйәге – Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Ғәли Хәмзин исемендәге I Район вокалистар конкурсы уҙғарылды.
Ғәли Хәмзин исемендәге I Район вокалистар конкурсын асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, муниципаль район Советы рәйесе Евгений Карепанов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ инструменттары милли оркестры директоры һәм художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева һәм райондың абруйлы кешеләре ҡатнашты. Улар Ғәли Хәмзиндың ҡәберенә сәскә һалғас, ауыл мәсетенең имамы мәрхүмгә арнап, доға ҡылды. Шул саҡ күк көмбәҙен ҡаплаған болоттарҙы йырып ҡояш ҡалҡты, әйтерһең дә, мәшһүр йырсы тәүге тапҡыр ойошторолған конкурсҡа үҙенең фатихаһын бирҙе... Артабан ауылдың мәҙәниәт йортонда йыр бәйгеһе башланды. Унда райондың төрлө ауылдарынан етмешкә яҡын үҙешмәкәр йырсы ҡатнашты. Конкурсанттарҙың иң йәшенә 7 йәш булһа, иң олоһо 68-ҙә ине. Йырсылар яҡташтарыбыҙ Заһир Исмәғилев, Абдулла Хәлфетдинов көйҙәренә яҙылған йырҙарға һәм халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк биргән. Конкурс тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың күплеге, йәш, урта һәм өлкән быуын кешеләре Ғәли Хәмзиндың йырҙарын яратып башҡарыуы, йырсының репертуарының актуаллеген һәм популярлығын тағы бер ҡат иҫбатланы. Ысынлап та, боронғо халыҡ көйҙәре мәңгелек, ул үлмәй һәм башҡорт халыҡ классикаһы – ул милли колорит хазинаһы. Тап ошо хазинабыҙҙы ошондай конкурстар аша быуындан-быуынға еткерәбеҙ, һеңдерәбеҙ, таратабыҙ. Тимәк, бындай бәйге халҡыбыҙ өсөн икеләтә отошло: беренсенән, мәшһүр йырсыбыҙҙың исемен мәңгеләштерһәк, икенсенән, уның моңдары аша киләсәк быуынға милли колоритлы хазинаһын еткерәүгә өлгәшәбеҙ.
Конкурсанттарҙың сығыштары тамашасы күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә Гала-концертта конкурсанттарҙың иң-иңдәре сығыш яһаны. Тамашасылар күңеленә бигерәк тә Ғәли Хәмзиндың туғандарының - Халыҡ-ара вокалистар конкурсы лауреаты Фларида Иркина (Хәмзина), Зифа Хәмзина, Наил Хәмзиндар башҡарыуында йырҙар хуш килде.
Бәйгеселәрҙең һәләтен, йыр башҡарыу оҫталығын Ранис Алтынбаев, “Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы” интернет-порталы етәксеһе Хәлил Хәмзин, Рәмил Ғәйзуллин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙиева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Үҙәнбаш мәктәбе директоры, “Оҙон кѳйҙәр” конкурсы лауреаты Заһир Муллағәлләмов һәм “Гәлсәр һандуғас”, “Юлдаш моңо” конкурстары лауреаты, йырсы Динар Ғәниев баһаланы.
Конкурсанттар 16 йәшкә, 16-нан 25 йәшкә тиклемге һәм 25-тән оло йәштәгеләр категориялары буйынса баһаланды. «Башҡорт йырын оҫта башҡарыусы», «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһына Ғәбдѳк ауылынан 7 йәшлек Назар Ғималетдинов лайыҡ булды. Еңеүселәр I, II, III дәрәжә дипломдары менән бүләкләнде. Бынан тыш жюри ағзалары үҙҙәренең призын булдырҙы һәм оҡшаған йырсыларҙы бүләкләп үтте. Ранис Алтынбаевтың махсус бүләге Азамат Йомағужинға (Шығай) “Салауат батыр” йыры ѳсѳн бирелде. Жюри рәйесе Рәмил Ғәйзуллин, Хәмзиндарҙың ғаиләһе, Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы үҙҙәренең махсус бүләктәрен тапшырып үтте.
Бына тулҡынландырғыс мәл килеп етте. Ғәли Хәмзин исемендәге I Район вокалистар конкурсының тәүге еңеүселәре, Гран-при эйәләре - Шығай ауылынан Дилә Бадалова, Татлынан Әмир Әбүбәкиров һәм Егәҙенән Илгиз Сәғәҙәтов.
Жюри ағзалары конкурсты йомғаҡлау һүҙен әйтте. Ранис Алтынбаев, бындай изге сараның киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ масштабта үткәрелеүен, республикабыҙҙа ошондай конкурстарҙа яңынан-яңы һәләттәр асылыуын теләне, райондың мәҙәниәт идаралығына, Әхмәр мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, Хәмзиндар ғаиләһенә рәхмәтен еткерҙе һәм БР мәҙәниәт министрының муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа юлланған Рәхмәт хатын тапшырҙы. “Был күркәм байрам беҙҙең дуҫыбыҙ, яратҡан йырсыбыҙ Ғәли Хәмзин исеменә арналды, тимәк уның йырҙары, рухы мәңге халыҡ күңелендә йәшәйәсәк”, - тине Тәнзилә Үҙәнбаева. Рәмил Ғәйзуллин хәтирәләргә бирелеп, уға тәү башлап сәнғәт донъяһына юл күрһәтеүсе Ғәли Хәмзин булыуы хаҡында һөйләне. Туғандарына ихтирам белдереп, рәхмәт әйтте. Киләсәктә был конкурстың матур йолаға әйләнеп китеүен теләне. Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, районыбыҙҙың Почетлы гражданины исемен йөрөткән мәшһүр йырсыбыҙҙың рухы һәр саҡ күңелебеҙҙә йәшәйәсәк, тине. Бындай конкурстар аша йәштәр уның тормош юлын, йырҙарын, моңон белеп үҫәсәк һәм уның ижады быуындан-быуынға күсә килеп, мәңге онотолмаҫ, тине. Иң һуңында йырсыбыҙҙың ҡустыһы Хәлил Хәмзин һүҙ алыды.
- Бөгөн беҙҙең ғаилә өсөн тантаналы ла, тулҡынландырғыс та көн булды. Ағайыбыҙ – Ғәли Хәмзинды ҙурлағандары өсөн муниципаль район хакимиәтенә, мәҙәниәт идаралығына, ижадташ дуҫтарына, йырсыларға оло рәхмәтемде белдерәм. Бөгөнгө конкурстың киләсәктә республика кимәленә тиклем үҫеүенә ышанғы килә, тигән теләк белдерҙе.
Фекерҙәр:
Рәнис Алтынбаев, баһалаусы:
Ғәли Хәмзин исемендәге йыр конкурсын ойоштороу уның исемен ҙурлай, мәңгеләштерә һәм былай ҙа киң билдәлелек алған репертуарын халыҡ араһында тағы ла нығыраҡ популярлаштыра. Йырсының моңо бѳтә Белорет районы һәүәҫкәрҙәрен бергә йыйҙы. Хатта райондың иң тѳпкѳл ауылдарынан да килеп етеүҙәре бик шатлыҡлы күренеш. Белореттан, Сермән, Йѳйәк, Бирҙеғол ауылдарынан килгән йырсылар ныҡлы әҙерләнгән. Ҡатнашыусылар араһында беренсе тапҡыр ҡулына микрофон тотоусылар ҙа булды. Шуға күрә тәүҙә конкурсты һәр ауылдың үҙендә ойоштороп, бында иң-иңдәрҙе, йәғни йәш һәм оло быуындан 1-әр ҡатнашыусы алып килһәләр отошлораҡ булыр ине.
Рәмил Ғәйзуллин, жюри рәйесе:
- Ғәли Хәмзин исемендәге конкурс бик матур үтте. Был конкурсты традицияға индереп, район кимәлендә генә түгел, артабан район-ара итеп ойоштороп, профессиональ йырсыларҙы ла йәлеп итергә кәрәктер, тип уйлайым. Үҙешмәкәр йырсыларға Ғәли Хәмзиндың репертуарынан ҡайһы бер йырҙарҙы башҡарыу ауырыраҡҡа тура килде. Конкурсҡа ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, фәһем алырлыҡ. Һуңғы ваҡытта Белорет районынан сыҡҡан яңы йырсылар һаны кәмей бара. Бындай саралар, әлбиттә, йәш таланттарҙы асыуға булышлыҡ итәсәк. Ғәли Хәмзин кѳслѳ шәхес, билдәле йырсы булды, ул күптәрҙе сәнғәт юлына алып килде, шул иҫәптән мине лә. Бына шундай республикабыҙ сәнғәте ѳлкәһенә ҙур кѳс һалған, юйылмаҫ эҙ ҡалдырған кешеләрҙең ҡәҙерҙәрен тере саҡта белһәк ине, тигән теләктә ҡалам.
Заһир Муллағәлләмов, Ғәли Хәмзиндың һабаҡташы:
- Ғәлиҙең лиризмына етеүсе юҡ. Ғәли менән студент саҡтан уҡ дуҫтар, серҙәш булдыҡ. Конкурс бик матур үтте, йырсылар күп булды, бер уҡ йырҙарҙы һәр кем үҙенсәлекле итеп тѳрлѳсә башҡарҙы. Йырҙың һүҙҙәрен дѳрѳҫ итеп ятлаһындар ине, тигән теләктәмен. Юҡһа, йыр үҙгәрә һәм боҙола.
Вәлимә Ҡарасурина, Ҡаһарман ауылынан:
Боронғо һәм эстрада йырҙарын яратып башҡарам. 2004 йылда “Инйәр хазиналары” конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулағайным. Сентябрҙә яҡташым, хазинам – Ғәли Хәмзиндың исеменә арналған йыр конкурсы буласағын белгәс, икеләнмәйенсә ҡатнашырға хәл иттем, сѳнки ошондай мәшһүр йырсыға арналған конкурста ҡатнашыу үҙе оло мәртәбә. Уның йырҙарын халыҡ яратып башҡарыуын тыңлап, йѳрәгем, күңелем ҡыуана.
Нажия Вәлиева, тамашасы:
- Бѳгѳнгѳ кисә, конкурс ауыл халҡы ѳсѳн бик ҙур ваҡиға, байрам булды. Беренсенән, яҡташыбыҙҙы ҙурлаһалар, икенсенән, ауыл халҡы ай буйы ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнеп, ауылды тѳҙѳкләндерҙе. Мин дә эшҡыуар булараҡ, үҙ сиратымда, ҡунаҡтарға шарттар тыуҙырып, буфет ойошторҙом. Ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамлашты. Ғѳмүмән, барыбыҙҙа дәрәжәле яҡташыбыҙҙың тыуған еренә килгән ҡунаҡтар риза булып, ҡәнәғәт ҡайтһындар, тип тырыштыҡ. Был конкурста ауылда йәшәгән таланттарға үҙҙәрен һынап ҡарау мѳмкинлеге тыуҙы. Беҙ ҙә, тамашасы булараҡ, ихлас күңелдән концерт ҡарап, дәрт, ҡыуаныс алып ҡалдыҡ.
Лилиә Ғималетдинова һәм Әйсәрә Мѳхәмәтйәнова, Ғәбдѳк ауылынан:
- Беҙ конкурсҡа иң йәш йырсыларҙы алып килдек, сѳнки Ғәли Хәмзин кеүек шәхесте йәш быуын белеп, моңдарын тыңлап, йырҙарын йырлап үҫергә тейеш. Шуға күрә бындай мәртәбәле конкурста күберәк балалар ҡатнашһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Әсхәт Хәйернуров, Сермән ауылынан:
- Конкурс беренсе тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, бик яҡшы ойошторолған. Тѳрлѳ быуын кешеләре, шул рәттән балаларҙың ҡатнашыуы ла бик шатландыра. Районыбыҙ һәүәҫкәр артистарға бик бай. Әле мин белгәндәрҙең күбеһе ҡатнашмаған. Киләсәктә конкурсанттар һаны 70 кенә түгел, ә 200-гә тиклем барып етер әле. Был бәйгенең йолаға әйләнеп, республика кимәленә күтәрелеүенә иманым камил.
Автор: Нурия Шәрипова.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb