Константин Хабенскийҙың мәктәбе асылды

Константин Хабенскийҙың мәктәбе асылды
Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенскийҙың мәрхәмәтлек фонды ярҙамында үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү студияһы асылды. Унда актер оҫталығы, хореография, вокал йүнәлештәре буйынса 350 талантлы ҡыҙ һәм егеттәр уҡыясаҡ, шуныһын да әйтергә кәрәк, уҡыу бушлай. Студияға эләгергә теләүселәр өсөн ауыр һынауҙар аша үтергә тура килде, һайлап алыу турында баш ҡалабыҙҙың меңгә яҡын талантлы балалары ҡатнашты.
Өфөлә, 49-сы мәктәп базаһында, быға тиклем дә билдәле актерҙың ижади мәктәбе эшләй ине. Ул үҙенең эшен туҡтатмаясаҡ, тик унда кесе йәштәге балалар уҡыясаҡ. Яңы асылған студияла 11-18 йәшлек үҫмерҙәр сәнғәт донъяһы менән яҡындан танышасаҡ.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb