Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
МИЛЛИ МӨХИТЕБЕҘ... Мәскәүҙә лә булһын, тип
Карта учреждений и афиш
Понедельник, 03 февраля 2014
МИЛЛИ МӨХИТЕБЕҘ... Мәскәүҙә лә булһын, тип
Ғинуар башында Өфө тамашасылары алдында Мәскәүҙән "Алтын Ай" башҡорт бейеү коллективы сығыш яһаны. Башҡорт тарихын, мәҙәниәтен ситтәргә танытыу маҡсатына хеҙмәт иткән был коллектив яҡташыбыҙ, һөнәре буйынса бейеүсе Нәзир Байегетовтың фиҙаҡәрлеге һәм тырышлығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Әлеге сығыштарынан һуң Нәзирҙе ижадханабыҙға саҡырҙыҡ. Мәскәү һынлы ерҙә үҙ көсөң менән бейеү коллективы булдырыу һәм уның эшен юғары кимәлдә ойоштороуҙың ауырлығын, әлбиттә, ул үҙе генә беләлер, шулай ҙа энтузиаст һәм илһөйәр егеттең үҙенең һәм коллективының ижад һулышын тойомлап ҡарайыҡ, булмаһа. Шулай итеп, һүҙ - Нәзир БАЙЕГЕТОВҡа.
Йәшлек - мөмкинлектәр осоро
Мәскәү - ул ҙур мөмкинлектәр ҡалаһы, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Бында бер талай дөрөҫлөк бар. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бер-нисә йыл бейеп, Санкт-Петербургта әрме хеҙмәтендә булдым, шунда бейеү ансамблендә бейенем. Бейеүселәр араһында, үҙен ихтирам иткән һәр бейеүсе илдең көслө коллективтарында үҙен һынап ҡарарға тейеш, тигән бер фекер бар. Ошо хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн әрме хеҙмәтенән һуң Мәскәүгә юл тоттом һәм әлеге мәлдә РФ Эске эштәр министрлығының Йыр һәм бейеү академик ансамблендә бейеп йөрөйөм.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең программаһы киң, йәғни башҡорт бейеүҙәренән тыш, бик күп башҡа халыҡтар бейеүҙәрен башҡарыу техникаһы ла юғары унда. Шуға ла икенсе ансамблдә бейеп китеүе ауыр булманы. Ә шулай ҙа ҡаныма, рухыма һеңгән башҡорт бейеүен башҡарыуы үҙе бер ләззәт булып тойола миңә. Ә Мәскәүҙәге мин бейегән ансамбль репертуарында бындай мөмкинлек юҡ. Шуға ла милли мөхитте алыштырып, сит ергә ерегеп китеү ауырлығын үтеп, төрлө көнкүреш мәсьәләрен хәл иткәс, Мәскәүҙәге башҡорт балаларынан һәм башҡорт студенттарынан башҡорт бейеүҙәре ансамбле ойошторорға, тигән хыялымды тормошҡа ашырырға тотондом. Энтузиазмдан бигерәк, сит ерҙә лә үҙ милли мөхитеңде булдырыу теләге быға этәргәндер, моғайын.
Ситтәр ҙә беҙҙе таныһын, тип...
Рәсәй - ул күп милләтле дәүләт, шуға ла баш ҡалала төрлө милли ансамблдәр, милли коллективтар ойошторолоуына аптырарға түгел. Улар өсөн төрлө фестивалдәр үтеп тора, концерттар ойошторола. Шундай сараларҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһарға кәрәк булғанда Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы мине бейергә саҡыра торғайны. Шул ваҡытта "Ни өсөн Мәскәүҙә башҡорт коллективтары юҡ һуң?" тигән уй борсой башланы. Республикала милли коллективтар менән бер кемде лә аптыратып булмай, етмәһә, уларҙың үҫешен тәьмин итеүсе саралар ҙа бихисап. Мәҫәлән, "Байыҡ" телевизион бәйгеһен мин шундайҙар рәтенә индерәм. Ә республиканан ситтә беҙҙе, башҡорттарҙы, беҙҙең сәнғәтте, мәҙәниәтте белеп еткермәйҙәр. Был Рәсәй халҡының наҙанлығынан килә, тип кенә лә ғәйепләп булмайҙыр. Илдә йәшәүсе милләттәрҙең кеме тураһында Үҙәк телевидение аша берәй тапшырыу йә фильм ҡарағанығыҙ бар? Үҙәк гәзиттәр ҙә был турала яҙып бармай. Тарих китаптарында ла юҡ беҙҙең турала мәғлүмәт. Шуға беҙҙе белмәгәндәренә аптырап та булмайҙыр. Әрмелә хеҙмәт иткән саҡта "Һин бында сит ил паспорты менән хеҙмәт итәһеңме?" тип тә һорай торғайнылар. "Эйе, беҙҙең милли валютабыҙ - евро", тиһәң дә ышаналар ине. Башҡорттар ҡайҙалыр тауҙарҙа, тирмәләр ҡороп көн күрә, тип уйлағандар ҙа булды. Шуға ла, Мәскәүҙә башҡорттоң кемлеген, уның ниндәй сәнғәткә, мәҙәниәткә эйә икәнен күрһәтеү өсөн мотлаҡ бер бейеү коллективы ойошторорға кәрәк, тигән ҡәтғи ҡарарға килдем. Төп эшемдән тыш, бер спорт-ял итеү үҙәгендә Мәскәү балалары өсөн бейеү түңәрәге алып бара башланым. Үҙәк етәкселәренә үҙемдең шартымды ла ҡуйҙым: ошо түңәрәк менән бергә башҡорт бейеү түңәрәге лә ойошторам. "Алтын Ай" ансамбле шулай барлыҡҡа килде.
Ансамблгә кеше йыйыуы еңел булманы. 2011 йылдың көҙөндә иғлан биргәйнем, бер ай дауамында бер ғаиләнән ике генә бала килде. Башта улар менән шөғөлләндек. Шунан яйлап балалар, унан һуң студенттар йыйыла башланы. Әлеге мәлдә ансамблдә 16 студент һәм 7 бала бейей. Мин шуға инана барам: мәҙәниәт аша тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү - ул үҙен аҡлай торған иң дөрөҫ ысул, ә коллектив быны "бишле"гә үтәй. Ансамблгә килгәндә башҡорт телендә һөйләшә белмәгән балалар хәҙер туған телдәрендә аралашырға өйрәнде.
Беҙҙе Башҡортостанда ла таныһындар ине
Былтыр март айында "Алтын Ай" коллективы менән Мәскәүҙә айырым концертыбыҙҙы ойоштороуға өлгәштек. Был беҙҙең тәүге уңышыбыҙ булды. Майҙа Санкт-Петербургҡа барҙыҡ, унда ла урындағы "Аманат" яҡташтар ойошмаһы ярҙамында айырым концерт бирҙек. Икенсе көнөндә "Блистательный Петербург" тигән концертта "Гөлнәзирә" бейеүе менән ҡатнаштыҡ. Яңы йыл алдынан Үҙәк телевидениела "Мөғжизәләр яланы" тапшырыуында ла ошо "Гөлнәзирә" бейеүе менән сығыш яһаныҡ. Ошо бәләкәй генә уңыштарҙан һуң Өфө тамашасыһына ла үҙебеҙҙе күрһәтергә ваҡыт етте, тип уйлап, 5 ғинуарҙа "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһының Мәҙәниәт үҙәгендә сығыш яһарға батырсылыҡ иттек. Әлбиттә, Яңы йыл байрамы мәле булғанлыҡтан, күп итеп тамашасы йыя алманыҡ, шулай ҙа был концерттан барыһы ла - килгән тамашасы ла, беҙ үҙебеҙ ҙә ыңғай тойғолар менән таралыштыҡ. Төрлө саҡырыуҙар алдыҡ. Беҙҙе бигерәк тә Рита Өмөтбаеваның Башҡортостан юлдаш телеканалының "Байыҡ" телевизион бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырыуы шатландырҙы.
Мәскәүҙә лә хәҙер беҙҙе беләләр, төрлө фестивалдәргә саҡырып торалар. Мәскәү беҙҙе үҙ итеп торғанда, республиканан да ниндәйҙер иғтибар булыуын бик теләр инек. Мәҫәлән, беҙгә костюмдар мәсьәләһен хәл итеүе ауырыраҡ. Ярай әле был йәһәттән атайым гел ярҙам ҡулы һуҙа.
Сәхнә – йәшәүебеҙ мәғәнәһе
Әйткәндәй, атайым республикала шулай уҡ бейеүсе тигән дан алған кеше. Ваҡытында Фәйзи Ғәскәров ансамбле эргәһендә студия булған, унда ике йыл буйына шөғөлләнеп, профессиональ бейеүсе кимәленә еткәндән һуң ғына бейеүселәрҙе ансамблгә күсергәндәр. Атайым Нияз Байегетов бына ошо студияны тамамлаған. Тик ансамблдә ҡалмаған, ғаилә хәле буйынса тыуған яғына - Баймаҡ районына ҡайтып киткән. "Йылайыр" совхоз-техникумында "Йәйғор" тигән ансамбль ойоштороп, оҙаҡ йылдар шунда эшләне. Ансамблдең балалар, уҡыусылар һәм студенттар составы бар ине. Мин бәләкәй саҡтан шул ансамблдәрҙә бейенем. Шуғалыр ҙа, мәктәпте тамамлағас, уҡырға ҡайҙа барырға икән, тигән һорау торманы - Учалы сәнғәт училищеһын тамамланым. Ҡустымды Р. Нуриев исемендәге хореография колледжында уҡыттылар, ул әлеге көндә Әстерхан дәүләт йыр һәм бейеү ансамблендә бейей. Ағайым Себерҙә йәшәй, шулай уҡ яҡташтар ойошмаһы ойошторған ансамблдә бейей.
Ситтән ҡарағанда, бейеүсе һөнәренең ауырлығы тойолмайҙыр ҙа, әммә уны юҡҡа ғына шахтерҙар хеҙмәте менән сағыштырмайҙарҙыр. Шулай булһа ла, бейеү - минең йәшәү рәүешем, сәхнәһеҙ тормошомдоң мәғәнәһе юғалыр ине, моғайын. Ғаиләбеҙҙең бар ағзалары менән ошо уртаҡ маҡсат берләштерә лә инде.
Дәүләт ансамбленә - дәүләт ҡурсыуы
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең минең өсөн ысын тәжрибә мәктәбе булғанын онотмайым һәм уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торам. Үкенескә күрә, һуңғы осорҙа ансамблдең шәп бейеүселәре ситкә китә. Мин бергә бейегән егеттәрҙең ҡайһыһы "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамблендә бейей, кемдер сит ҡалаларға, өлкәләргә сығып китте. Китмәҫтәр ине, ансамблдә хеҙмәт хаҡы бик түбән, ул ҡуртымға фатир алып тороу өсөн дә етмәй ҡала. Дәүләт ансамбленә дәүләт тарафынан иғтибар кәрәк. Әле Президент гранты алып, йылына бер тапҡыр бирелгән аҡсаға нимәлер эшләргә тырышалар. Ә бына Рәсәйҙең бер нисә бейеү коллективы РФ Хөкүмәте грантына эйә, уларға был аҡса йылдар буйына түләнеп тик килә һәм ул эш хаҡына арыу ғына өҫтәмә булып тора. Сәнғәтте, мәҙәниәтте бер тапҡыр бирелгән гранттар менән күтәреп булмай. Фәйзи Ғәскәровтың мираҫын тергеҙеү, яңы программалар эшләү яҡшы, әлбиттә, шулай ҙа иң тәүҙә эш хаҡын күтәреп, бейеүсе һөнәренең дәрәжәһен, абруйын арттырһалар, милли сәнғәтебеҙ ҙә юғары үрҙәргә артылыр ине.
Шулай итеп...
Милли мәҙәниәт торошон республика коллективтары ғына түгел, ә "Алтын Ай" кеүек Башҡортостандан ситтә ойошторолған ансамблдәр ҙә билдәләй. Халыҡ бейеүҙәре менән ситтәрҙең һушын алабыҙ икән, тәү сиратта, Нәзир Байегетов кеүек үҙ мәнфәғәттәренән өҫкә күтәрелә белгән кешеләргә рәхмәтле булырға тейешбеҙҙер, моғайын. Хәйер, улайға китһә, беҙҙә һәр сәнғәт төрөн йышыраҡ ана шундай энтузиазм менән яныусы кешеләр һаҡлап килә кеүек. Нисек кенә булмаһын, Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы милли мәҙәниәт өлкәһендә яңы балҡыштар һәм бөгөнгө геройыбыҙға ла ижади уңыштар алып килһен.
Автор: Ләйсән НАФИҠОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана