Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ЗАТОН БИҪТӘҺЕНДӘ... бар бер мәктәп
Карта учреждений и афиш
Понедельник, 10 февраля 2014
ЗАТОН БИҪТӘҺЕНДӘ... бар бер мәктәп
Уҙған йыл аҙағында Санкт-Петербург ҡалаһында Бөтә Рәсәй мәғарифы форумында "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе", "2013 йыл директоры" тигән конкурстарға йомғаҡ яһалды. Конкурстың "Музыкаль мәктәптәр" номинацияһында Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы Балалар музыка мәктәбе еңеп сығып, мәктәп коллективына "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе" миҙалы, лауреат дипломы тапшырылды. Ә музыка мәктәбе директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғиниәт улы ҒӘЙЕТБАЕВ "2013 йыл директоры" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. 2012 йылда ул Рәсәйҙең "Мәғариф үҫешендәге хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнгәйне. Бынан тыш, мәктәптең республика, Рәсәй, донъя кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исемдәре яулауы, төрлө номинацияларҙа уңышҡа өлгәшеүе хаҡында ла бик күп миҫалдар килтерергә булыр ине. Балалар музыка мәктәбенең һуңғы йылдарҙағы уңыш нигеҙе нимәгә бәйле һуң? Ошо һорауға яуапты мәктәп директоры Әхиәт ҒӘЙЕТБАЕВтың әңгәмәһендә табырһығыҙ.
Ир маҡтана, ҡорал эшләй...
Мәктәбебеҙ ағас йортта урынлашҡан, заман талаптарына яуап бирерлек шарттар юҡ. Ә шулай ҙа уҡыу-уҡытыу процесын кәрәкле музыка ҡоралдары, әсбаптар менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Былтыр Чехияла яһалған "Hoffman" рояле, тағы ла "Estonia" рояле һатып алғас, ошо музыка ҡоралы ярҙамында ике тапҡыр ҡала музыка мәктәптәренең фортепиано класы уҡыусылары конкурсын үткәрҙек. 1966 йылда асылған музыка мәктәбе тарихында ҡала кимәлендәге ошондай ҙур сара үткәреү тәүге тапҡыр. Саралар үтеүе булды, иғтибар үҙәгенә лә эләктек. Был бик яҡшы, әлбиттә. Беренсенән, бындай саралар ойоштороп, беҙ үҙебеҙ күп нәмәгә өйрәнеп ҡалабыҙ, икенсенән, мәктәбебеҙҙең перспективаһы үҫә. Мәктәбебеҙгә килеүселәр һәр ваҡыт беҙҙәге ыңғай энергетиканы, ижади аураны тойоуҙары хаҡында белдерә. Элек һәр кимәлдә лә 9-сы музыка мәктәбенең "иларлыҡ" хәле хаҡында йыш һөйләнелә торғайны. Ул хәлде "ярым-емерек" тигән формала ишетә инек. Беҙ бөгөн мәктәбебеҙ хаҡындағы был стереотипты тулыһынса емерергә тырышабыҙ. Ете йыл буйына мәктәпкә бер туҡтамай ремонт яһаныҡ. Яңы музыка ҡоралдары һатып алыуға килгәндә, был осраҡта "Ир маҡтана, ҡорал эшләй" тиҙәр. Роялдән тыш "Ballone burini", "Юпитер" концерт баяндары, 3 фортепиано, синтезаторҙар, "Yamaha" концерт флейтаһы, француз гобойы, 7 башҡорт думбыраһы, 7 рус домраһы, 12 скрипка, 4 гитара һатып алдыҡ. Бынан тыш, ике музыка теорияһы класын тулыһынса компьютер менән йыһазландырҙыҡ, 116 комплект сәхнә кейеме тектерҙек. Барлыҡ был сығымдар 2,5 миллиондан ашыу сумманы тәшкил итте.
Тәүге баҫҡыс
Һуңғы бер нисә йыл эсендә беҙ уҡыу-уҡытыу процесын системаға һалыуға өлгәштек. Сөнки күптәр музыка мәктәбенә дөйөм белеү мәктәптәрендәге түңәрәк эшенә ҡараған һымаҡ ҡарай. Беҙ был ҡарашты емерҙек. Тәүге педсоветта хатта "Ниңә беҙгә сольфеджио?" тиеүселәр ҙә булды. Ә нотаны белмәйенсә тороп, ниндәй музыка мәктәбе хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин һуң? Музыка мәктәбе хромка йә мандолина тотоп, туйҙарҙа кешеләрҙе бейетеүсе йә йырлатыусы музыканттар ғына әҙерләргә тейешме ни? Яңы федераль закондар буйынса беҙҙең музыка мәктәптәре профессионалдарҙы әҙерләүҙең тәүге баҫҡысын тәшкил итергә тейеш. Ғәҙелһеҙлек нимәлә килеп сыға? Дөйөм белем биреү мәктәптәрендәге бейеү, йырлау, һүрәт төшөрөү түңәрәктәре эше өҫтәмә белем биреү тип атала. Беҙҙең музыка мәктәптәрен шул түңәрәктәргә тигеҙләгәндәр ҙә инде. Беҙ хәҙер тәүге профессиональ әҙерлек баҫҡысы йүнәлешендәге уҡыу йортона күсеү буйынса документация әҙерләйбеҙ. Хәҙер беҙҙә скрипка класы ла эшләй. Бынан 5-6 йыл элек хор традициялары хаҡында хыяллана ғына инек. Шәрипова Светлана тигән уҡытыусыны эшкә алып, уға хор ойоштороу бурысын ҡуйҙым. Быйыл республика конкурсында беҙҙең хор 1-се урынды яуланы. Башҡорт музыка ҡоралдары оркестрын астыҡ. Параллель рәүештә рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры эшләп китте.
Кадрҙар, кадрҙар, кадрҙар...
Уңыштарыбыҙҙың төп сәбәбе үҙ эшенең профессионалы булған уҡытыусыларыбыҙҙа. "Халыҡтар атаһы"ның ҡасандыр әйткән "Кадрҙар барыһын да хәл итә" тигән һүҙҙәре һәр заман өсөн ҡулай. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙы ситтән саҡырырға тура килде. Әйтәйек, Шәһәрғәзиндар ғаиләһен Сибайҙан саҡырып алдым. Ғаилә башлығы Заһир Шәһәрғәзин флейта буйынса яҡшы белгес, оҫта ҡурайсы һәм музыканы оркестрға һалыусы. Ҡатыны Гөлсәсәк башҡорт думбыраһы буйынса яҡшы белгес. Улар хәҙер бик уңышлы ғына эшләп алып киттеләр. Ленин районы хакимиәте ярҙамы менән уларҙың балаларын башҡорт балалары баҡсаһына урынлаштырҙыҡ. Заһир менән Гөлсәсәк беҙҙең мәктәптә ҡурай һәм думбыра кластарын асып, мөхитебеҙгә башҡорт моңон, башҡорт сәнғәтен алып килде. Уның ҡарауы, элек, асылда, классик музыка яңғыраған мәктәпкә яңы һулыш килеп ингәндәй булды. Мәктәбебеҙгә атаҡлы ҡурайсы, йыраусы, педагог Әҙеһәм Исҡужин исеме бирелеүе беҙҙең ижади мөмкинлекте яңы баҫҡысҡа күтәрҙе. Беҙ бындай ижади мөхит булдырыуға дөйөм, коллектив тырышлыҡ менән өлгәштек.
Хәҙер беҙ ай һайын уҙған педсоветтарға бер-беребеҙҙең уңыштарына ҡыуанып, алдағы айға маҡсаттар билдәләр өсөн генә йыйылабыҙ. Беҙгә төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусылар дәрестән һуң йөрөп уҡый. Мине шуныһы ҡыуандыра: балаларын беҙҙең мәктәпкә бирергә теләүселәр ифрат күп, әммә беҙ уларҙың барыһын да ҡабул итә алмайбыҙ. Сөнки мәктәбебеҙҙе нисек кенә һуҙырға тырышһаҡ та, ул 293 баланы ғына һыйҙыра. Беҙҙә эшләүсе 35 уҡытыусының 25-е юғары белемле, 12-һе юғары, 14 уҡытыусы 1-се категориялы. Өс уҡытыусыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Беҙҙә атҡаҙанған артист та эшләй.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Әлеге ваҡытта Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыка музыка мәктәбенең яңы бинаһы төҙөлөп ята. Мәктәп янында айырым бинала концерт залы урынлашасаҡ. Директор унда хореография, театр бүлектәре асырға ниәтләй. Концерт залына театрҙарҙы, артистарҙы саҡырып, Затон биҫтәһе халҡына мәҙәни саралар ойоштороу перспективаһы ла асыла. Яңы уҡыу йылы башында асылырға иҫәп тотолған яңы музыка мәктәбендә әлеге 293 урынына 500-ләп бала музыка, сәнғәт, мәҙәниәт серҙәрен өйрәнәсәк. Мәҙәниәт йылында яңы музыка мәктәбе асылыуы баш ҡалабыҙ тормошоноң сағыу ваҡиғаһы булырына ышаныс бар.
Автор: Әмир ҒҮМӘРОВ.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана