Һәйкәл асылды

Һәйкәл асылды
Краснокама районындағы Воробьево ауылында 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ яугирҙәргә һәйкәл асыу тантанаһы булды. Мәрмәрҙән яһалған обелискка һуғышта башын һалған 27 фронтовиктың исем-шәрифе уйып яҙылған. Һәйкәл асыу идеяһы бер йыл элек тыуған. Уны тормошҡа ашырыуға айырым кешеләр финанс ярҙамы күрһәткән. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ойошторолған митингта район етәкселеге, ветерандар советы вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, обелискка сәскә һалынды, салют атылды. Сара хәрби парад менән тамамланды. Автор: Р. ИБРАҺИМОВ

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb