Баш ҡалала "АРТ-Ҡоролтай. Балалар" форумы үтте

Баш ҡалала "АРТ-Ҡоролтай. Балалар" форумы үтте

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, "Торатау" конгресс-холлында балалар мәҙәни форумы үтте. Ул май айында "АРТ-Ҡоролтай" барышында балалар стратегик сессияһы сиктәрендә иғлан ителгәйне. Унда йәш ҡатнашыусылар өсөн эшлекле, уҡытыу һәм күңел асыу программаларын үткәрелде. Ҡатнашыусыларҙың йәше - 3 айҙан 16 йәшкә тиклем. 

Форумдың девизы - "Йолаларҙы һаҡлап ҡалып, киләсәк булдырабыҙ". Форумдың пленар ултырышында балалар көн дауамында майҙансыҡтарҙың эше барышында бергәләп әҙерләгән проекттарын тәҡдим итте. Концерт өлөшө сиктәрендә "Төньяҡ сағылыш" балалар һүрәттәре асыҡ республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Балалар форумы сиктәрендә "Минең кино", "Медиабум", "Телесфера", "Мин - актер" һәм башҡа майҙансыҡтар эшләне. Унда балалар үҙҙәрен һынап ҡараны,оҫталыҡ дәрестәре алды. 

Шулай уҡ конгресс-холл фойеһында балалар сәнғәт мәктәптәренең күргәҙмә-презентацияһы үтте. Теләүселәр үҙ һорауҙарын бирә һәм ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды.

Балалар "Арт-ҡоролтай"ҙа тыуған республикабыҙҙың мәҙәни үҫеше буйынса үҙҙәренең ҡыйыу идеяларын күрһәтә алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb