Башҡорт опера һәм балет театры башҡорт легендаһы буйынса балет әҙерләй

Башҡорт опера һәм балет театры башҡорт легендаһы буйынса балет әҙерләй

18, 19 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бер актлы «Һүнгән йондоҙ яҡтыһы» балетының премьераһына саҡыра.

Либреттоны «Йөрәктау» башҡорт халыҡ легендаһы буйынса Ринат Абушахманов һәм Николай Попов яҙған. Балетмейстер – Ринат Абушахманов, ҡуйыусы рәссам – Фәниә Низамова, яҡтыртыу буйынса рәссам – Сердар Чарыев, видеорәссам – Эндрю Квинн (Италия/Австралия).

Спектакль тамашасыларҙы республиканың бай мираҫы, уның мәҙәниәте, традициялары, баһалап бөткөһөҙ мелодик ҡаҙанышы менән таныштырасаҡ. Бында Ханбулат батыр менән Айһылыу исемле ҡыҙҙың бәхетһеҙ мөхәббәте тураһында һүҙ бара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb